Элекке йылдарҙан айырмалы, йоғошло сир таралыу менән бәйле күмәк кешеләр йыйылып, бер-беребеҙҙе байрам менән ҡотлап, вәғәздәр тыңлап, аҙаҡ табынға йыйылыу һәм һыйланыу мөмкинлектәре сикләнер. Беҙ инде илдәге хәлде беләбеҙ һәм аңлап ҡабул итәбеҙ. Был юлы ла шулай булһын ине тигән теләк бар. Ә ҡорбанлыҡҡа тәғәйенләнгән һарыҡтарҙы халыҡҡа еткереү, дини йолаларҙы үтәү урындары көн элгәре билдәләп ҡуйылды.