-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Август 2020, 13:36

Бар инеме сәбәптәре?

Айырылышмағыҙ, айырылышмағыҙ,Булһа ла сәбәптәре...Ғәлимә ошо йырҙы ишетһә, күңеле тула ла ҡуя, үҙенсә, минең һымаҡ берәйһе сығарғандыр инде, тип уйлай. Уйларлыҡ та шул. Ире Сәлим менән тәүге осорҙан уҡ бик ауыр йәшәнеләр. Аҡса етмәне, фатир юҡ, ас ултырған саҡтары ла булды. Ярай ире тырыш ине, өйҙә ултырғанын хәтерләмәй, эш эҙләп, аҡса табып, ғаиләһен ҡарарға тырышты. Иҫке генә машина һатып алып, кеше ташыу менән бик оҙаҡ шөғөлләнде. Шунда ғына күҙҙәре асылып, тамаҡтары туйып ҡалды.

Ғәлимә менән Сәлим бер-бер артлы тыуған ике ҡыҙҙарын кеше араһында кәм-хур итмәҫлек итеп үҫтерҙеләр. Өҫтәре бөтөн, тамаҡтары туҡ. Инде тормоштары рәтләнде, фатир хаҡында хәстәрлек күрә башланылар. Икеһенең дә ата-әсәһе хәлле генәләр ине, ярҙам иттеләр, үҙҙәре ҡушты, ике бүлмәле фатир һатып алыу өсөн тәүге иғәнәне индерҙеләр, үҙҙәре шунда күсенде.
Бер көн Ғәлимә эштән башы әйләнеп, саҡ-саҡ ҡайтып йығылды, тиҙ ярҙам саҡыртырға тура килде. Килделәр ҙә, дауаханаға алып та киттеләр, ярай ваҡытында килеп өлгөргән, юғиһә хәле бик насар булған. Ике аҙнан ашыу дауаланырға тура килде. Дауаханала ятҡан саҡта телефонына смс килде, унда билдәһеҙ кеше “Иреңде ҡайтып ҡара әле”, тип яҙғайны. Йоҡларға ятырға йөрөгән Ғәлимә такси саҡыртты ла, тиҙ генә өйөнә ҡайтып китте. Ҡайтһа, тәҙрәләрендә ут янмай, шулай ҙа ишекте асып, үҙҙәренең бүлмәһенә үтте һәм баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. Ире бер үҙе түгел ине.
Шау-шыу ҙур булды, Ғәлимә баштан уҡ ныҡ торҙо һәм айырылышыуҙы талап итте. Ауылдан ике яҡтан да ата-әсәләр килде, төрлөсә яраштырырға тырыштылар. Сәлиме бар туған-тумаса алдында ҡатыны алдында теҙләнде һәм ғәфү үтенде. Бик оҙаҡ уйлағандан һуң Ғәлимә һуңғы ҡарарҙы ҡабул итеүҙе кисектереп торорға булды һәм әхирәттәре менән кәңәшләшә башланы. Былай, фекерҙәр төрлө ине, береһе лә өҙөп кенә кәңәш бирә алманы, үҙе лә күберәк Назия исемле әхирәте менән аралашты.
– Минең һиңә әйтер һүҙем шул, үҙең хәл ит. Бер үк мине бутама. – тине ул. – Һинең урыныңда булһам, мин ике лә уйлап тормаҫ инем, айырылыр инем. Ул бит һиңә хыянат иткән. Ә бер хыянат иткәс, артабан да шулай буласаҡ. Әле һин йәш, һинең матурлыҡ менән әллә кемдәрҙе ҡарартырға була.
– Ҡыҙҙарым бар бит, шуларҙы уйлайым, – тип өҙгөләнде Ғәлимә.
– Ҡыҙҙарың, киреһенсә, һинең өҫтөнлөгөң. Яҡшы уҡыйҙар. Бына, кейәүгә сыҡһаң, үҙең күрерһең, үгәй атай, һине яратһа, ҡыҙҙарыңды ла ҡараясаҡ.
Ғәлимә айырылырға ҡарар итте. Сәлимдең, ҡыҙҙарының илашыуҙары әле лә күҙ алдында тора. Бер йыл да үтмәне, Ғәлимә үҙенән өлкәнерәк иргә кейәүгә сыҡты. Тәүге йылдарҙа ул-был тойолмағайны. Ир генәһе ярҙам итә, аҡсанан өҙмәй, кеше араһында кәм-хур түгелдәр. Сәлим дә оҙаҡ йөрөмәне. Өйләнде. Кемгә тиһегеҙ инде. Дөрөҫ әйтәһең, Назия менән өйләнештеләр. Был хәбәр Ғәлимәнең башына күҫәк менән һуҡҡандан да хәтәрерәк булды. Етмәһә, үгәй атай һине яратһа, ҡыҙҙарыңды ла ҡараясаҡ, тигән хәбәре лә раҫҡа сыҡты. Ғәлимә бер нимә лә уйламай, баш баҫып эшләп йөрөй ине, өлкән ҡыҙының яҡын әхирәтенең әсәһе шылтратты. Үҙенең ҡыҙына иғтибар ҙа итмәгәйне, эш менән булып, тамам күҙҙән ысҡындырған, 8-се класҡа күсеп, еткән ҡыҙға әйләнгән. Ә ҡыҙыҡайға үгәй атай күптән инде күҙ һалған, бик сәләмәт булмаған ҡыҙыҡһыныу белдерә башлаған, шым ғына бүләктәр бирә, аҡса һона икән. Эштән һорап, хәле бөтөп ҡайтып инһә, ире үгәй ҡыҙы менән яҡын, бик яҡын ултыралар. Икеһе ике яҡҡа сығып ҡасмаһындармы. Ғәлимә тегенең әйберҙәрен сумаҙанына тултырып, ишек төбөнә сығарып ҡуйҙы. Ҡыҙы менән бик етди һөйләште, ләкин үҙ балаһына төшөндөрә алманы. Тегеһе күңелһеҙләнде, психологка мөрәжәғәт итергә тура килде, байтаҡ аҡса түгелде, бурысҡа батылды. Ипотекаға алған фатирҙы, аҡсаһы түләнеп бөтмәгәс, кире ҡайтарырға, бер бүлмәлене генә мөрхәтһенергә тура килде.
Ғәлимә хәҙер йәне-тәне менән бар көсөнә, исмаһам, бер бүлмәле фатирымды ҡотҡарайым, тип йәнтәслим тырыша, ләкин барыбер аҡса еткереп булмай. Ғәлимә хәҙер көн һайын эш эҙләй. Магазиндан ҡайта ла, подъезд йыуырға сығып китә, ваҡ-төйәк эш башҡара, аҙмы-күпме аҡса ала. Ҡыҙҙар үҫә, сығымдар ҙа күбәйә. Етмәһә, бар донъя уға ҡаршы һымаҡ, йыуған подъездын оҡшатманылар, аҡсаһын урланылар, кесе ҡыҙа пальтоһын йыртып ҡайтты, бейәләйҙәрен юғалтҡан.
Өйҙә лә тынғы юҡ, Сәлимдең хәҙерге ғаиләһе менән барлы-юҡлы алименттан башҡа бер бәйләнеш тә тотолмай. Хәйер, быныһы бик дөрөҫ түгел, хәҙерге интернет заманында бындай аралашыу онлайн тәүлек әйләнәһенә бара һәм Ғәлимә, уның ҡыҙҙары файҙаһына түгел. Асыуын килтереп өлкән ҡыҙы Луиза әсәһенә планшетын (үгәй атай бүләге) килтереп тотторҙо. Йәнәһе күр, бына кешеләр нисек йәшәй, ентекләберәк ҡараһа Сәлим менән Назия әллә Төркиәлә, әллә Испанияла ял итеп ята имеш. Үҙе лә һиҙмәй ҡалды, ентекләп ҡарай башланы. Ҡайҙа ғына булмағандар ҙа, ҡайҙа ғына ял итмәгәндәр. Бына, икеһе лә иномарка эргәһендә, бәй, ҡатынына ла “Матиз” алып биргән дәһә. Ҡыҙ менән ул үҫтерәләр икән. Етмәһә, ҡайҙалыр өй төҙөйҙәр.
Ғәлимә төнө буйы йоҡлай алманы. Саҡ ҡына күҙҙәрен йомһа, алдында тубыҡланып торған Сәлим килә лә баҫа һәм әхирәтенең уны өгөтләгәне ишетелә. “Ҡулдан ысҡынған, ғүмер буйы шулай буласаҡ, миңә рәхмәт әйтерһең әле, шул кәрләнән арыуыраҡты табасаҡһың, кәңәшем шул, айырыл”, – ти Назия уға бөгөн дә.
– Эх, беҙ ҡасан кеше һымаҡ йәшәрбеҙ икән, – ти Луизаһы, әсәһенә ғәйепләүсе ҡараш ташлап.
– Ә ниңә беҙҙең атай бер ҙә күренмәй, – ти кесе ҡыҙы Радмила. – Беҙ һәр ваҡыт шулай йәшәйәсәкбеҙме? Кешеләр йыл һайын диңгеҙгә бара, ә минең Ағиҙелде лә күргәнем юҡ.
Ғәлимәнең ваҡыт-ваҡыт сәнсеп ҡуйған йөрәгенә был һүҙҙәр энә менән төрткән һымаҡ. Ә ҡолағына һаман баяғы йыр ишетелә.
Айырылышмағыҙ, айырылышмағыҙ,
Булһа ла сәбәптәре...
Ф. Ильясова.
Читайте нас: