+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август 2020, 14:23

Ғазраилдың әхирәте

Урам буйлап ап-аҡтан кейенгән, билдәһеҙ йәштәрҙәге апай килә. Йәйге сәскәләргә күмелгән урамда ул бигерәк матур һәм хис-тойғоло күренә. Хатта күпмелер мин уға һоҡланып, артынан эйәреп барҙым һәм ул күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалдым.

Урам буйлап ап-аҡтан кейенгән, билдәһеҙ йәштәрҙәге апай килә. Йәйге сәскәләргә күмелгән урамда ул бигерәк матур һәм хис-тойғоло күренә. Хатта күпмелер мин уға һоҡланып, артынан эйәреп барҙым һәм ул күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалдым.
Шулай килеп инде ул минең тормошома, һуңынан да осрашырбыҙ, хатта фекерҙәштәр булырбыҙ, тип һис уйламағайным. Өфө ҙур, аралашыуҙар йыш, төрлө саралар үтеп тора. Ошоларҙың береһендә беҙгә осрашырға, танышырға һәм ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса һөйләшеп алырға ла тура килде.
– Үҙегеҙҙе ҡарағыҙ егеттәр, хәҙер тормош ауыр, һаулыҡ кәрәк, – тине ул һәр беребеҙгә мәрхәмәтле, әсәйҙәрсә ҡарашын йүнәлтеп.
Үҙегеҙ беләһегеҙ Өфөлә кешеләр йышыраҡ йә концертта, йә йыназала осраша. Мин был апайҙы, аҙаҡ белдем, исеме Йыһан икән, тәүҙәрәк һис тә аңламаным. Үҙе бигерәк хәстәрлекле, эс-бауырыңа инеп бара, төпсөшә, килеп һорауҙарҙы күп бирә, хатта яуап биреп өлгөрөрмөн тимә.
– Килен ни хәлдә, сирләмәйме, һаулығы нисек, – тип ҡыҙыҡһыныуы мине бик ғәжәпләндермәне, сөнки уның холоҡ-фиғеленә күнә лә башланым буғай.
– Һәйбәт, – тинем мин. – Аллаға шөкөр, сирләмәй.
Аҙаҡҡы осрашҡаныбыҙҙа, бер яҙыусыны һуңғы юлға оҙаттыҡ шикелле, Йыһан апай ифрат зыялы, олпат һәм хатта кеселекле ағай менән ине. Ағайҙың апайға мөнәсәбәте мине таң ҡалдырҙы. Ағай ике ҡулынан да тотоп ҡына тора, Йыһан апай уйсан һәм ҡайғылы ҡарашын алыҫҡа төбәгән, бына-бына илап ебәрер һымаҡ, йәре тынысландырғанға ғына түҙәлер. Бер аҙ торғас ағайҙы танып ҡалдым, был бит Аҡташ районының элекке башлығы, заманында гөрләтеп эшләй торғайны. Йыһан апай, тимәк, Ниғмәтовтың тормош иптәше булып сыға.
– Юҡ, – тинеләр миңә шундағы таныштарым. – Ағайҙың хәләл ефете яңыраҡ вафат булды, Тимерйән Ғәҙелбаевич оло ҡайғынан сиргә һабышты, дауахананан сыға алманы. Кемдер таныштырған, Йыһан апай, күрәһеңме, ағайға йән өргән бит, хатта йәшәреп киткән.
Ысынлап та Тимерйән ағай йәш егеттәр һымаҡ Йыһан апайҙы етәкләп кенә йөрөтә, йәшәүгә ышаныс уянғаны йөҙөндә ярылып ята. Бына бит мөхәббәт кешене нимә эшләтә. Ағай менән апай өсөн ҡыуанып ҡуйҙым. Әйҙә, йәшәһендәр, ҡарт көндәрендә бер-береһенә терәк булһындар. Шулай ҙа күңелдә шик яралғандай булды. Эйе, күренеп тора, бәхетлеләр, тик апай үтә йәш, ә ағай ҡартыраҡ түгелме икән?
Йәшен-ҡартын тикшереү минең эш түгел, бер-береһен оҡшаталар икән, йәшәһендәр.
Ярты йылдай үткәс, Тимерйән ағайҙы тағы осраттым һәм шаҡ ҡаттым. Элекке тимерҙәй ныҡ, бәхетле, тормоштан ҡәнәғәт Тимерйән ағайҙың исеме генә тороп ҡалғайны. Эргәмдән коляскаға ултыртып үтеп киткән бәлтерәп бөткән ҡартты эргәмдәге танышым күреп ҡалып: “Эй, хоҙайым, Ниғмәтов ағай бит был, Аҡташтың элекке башлығы”, – тип бышылданы.
– Нимә булған?
– Фалиж һуҡҡан. – тине ул. – Йыһан апай ҡарай тигәйнеләр, балалары ҡырҙа, әбейе элегерәк үлде. Йә инде, Тимерйән Ғәҙелбаевич та кеше көнөнә ҡалһын инде.
Шунда элекке башлыҡты һуңғы тапҡыр күреүемде, бер-нисә көндән гәзиттә сыҡҡан некрологтан ғына белеп ҡалдым.
Тормош дауам итә, Өфөлә, үҙегеҙ беләһегеҙ, көн дә байрам, көн дә туй. Бер көн шундай тантаналарҙың береһендә ап-аҡ кейемдән, хатта йәшәреп киткән һымаҡ тойолдо, шат һәм бәхетле йылмайып Йыһан апайым килеп сыҡты. Мине онотмаған, таныны, ентекләп һаулығымды, хәләл ефетемдең сәләмәтлеген һорашты һәм эргәһендә ҡәнәғәт баҫып торған олпат, шат йөҙлө баһадирҙай ағай менән таныштырҙы. Күренеп тора ағай шәп, ғөмүмән, республика тормошонда уның тотҡан урыны шул тиклем ҙур, ул вазифаһын ҡалдырған, ә ҡалғандар илашҡан һәм барлыҡ эште юҡҡа сығарған. Йыһан апай ағайҙы яраталыр, эргәһенән бер аҙым да ситкә ебәрмәй, етәкләп кенә йөрөтә, тирләгәйне, ап-аҡ ҡулъяулыҡ менән битен һөртөп алды.
Беләһегеҙме, кешләр ни өсөн гәзит алдыра? Эйе, кемдәрҙең тере, кемдәрҙең мәрхүм икәнен белер өсөн. Хәҙер исемен дә онотҡанмын, Йыһан апай етәкләп йөрөткән ағай, ысынлап та, республика тормошонда ифрат ҙур роль уйнаған икән. Мин был хаҡта белмәҫ инем, әгәр уның эшмәкәрлеге хаҡында ҙур ғына некрологта ентекләп яҙылмаһа.
Эйе, фәлән ағайҙы оҙаттыҡ, кисен концертҡа барҙым, әллә кемдәр менән осрашып һөйләштем. Үҙегеҙ беләһегеҙ, Өфө ҙур, көн һайын иртән берәү үлә, кисен икенсеһенә арнап байрам, ҡыҫҡаһы, әлеге Йыһан апай килеп сыҡты һәм шат йылмайып ҡосаҡтарын йәйеп миңә килә башланы. Ярай, арабыҙға Хәким Мортазин менән Урал Мортазин килеп сыҡты, мин ҡасып өлгөрҙөм. Ситтән генә, өҫтән генә, баштар диңгеҙендә Йыһан апайҙың ап-аҡ яулығын күҙәтәм. Эргәмә Йәнтимер ағай килеп сыҡты. Йөҙө ҡайғылы, үҙе күңелһеҙ.
– Ағай, нимә булды? – тип һорайым.
– Ишетмәгәнһеңдер инде, еңгәң үлеп китте бит, – тине ул көс-хәл менән. – Ярты йыл була инде.
Ихлас итеп ҡайғыһын уртаҡлаштым:
– Хоҙай һиңә түҙемлек бирһен, ағай, – тинем.
– Яңғыҙыма ҡыйын, донъя көтөүе ауырлашты, берәй таныш әбейең юҡмы, – тине ул миңә, мөлдөрәп ҡарап.
Шул ваҡыт иҫемә төштө, ошонда ғына Йыһан апай йөрөп ята ине, уны ғына өндәшеп ҡарамаһам.
– Йыһан апайҙы беләһеңме? – тинем мин. – Ошонда ғына йөрөй ине. Таныштырайыммы?
– Һин нимә, әллә мине үлтерергә итәһеңме? – тине Йәнтимер ағай. Хатта әйтеп ебәрҙе.
– Ә нимә булды?
– Шуны ла белмәйһеңме, уны бит Йыһан апай түгел, Ғазраилдың әхирәте тиҙәр.
– Ни өсөн? – тип мин шаңҡып ҡалдым.
– Бәй ишетмәнеңме ней? Йыһан апайың минең һымаҡ яңғыҙ ҡалған бабайҙарҙы аңдып йөрөй, әүрәтеп үҙенә ҡарата, маҡтай, хатта йәшәртеп ебәрә, уныһын беләһеңдер инде, һәр аптекала йәшәрткестәр, дәртләндергестәр һатыла. Апайҙың мөхәббәтенә әүрәп, ағайҙарҙың ҡан баҫымдары күтәрелеп, фалиж һуғып бер нисәү ҡорбан булды инде. Әлбиттә, үҙҙәренең мөлкәттәрен Ғазраилдың әхирәтенең исеменә күсереп яҙғандан һуң.
Башым әйләнеп, йығылып китә яҙҙым. Юғарынан һәйбәт күренә шул, эргәмдән генә ихлас һәм бәхетле йылмайып, теге, кемдең әхирәте, тине әле, эйе шул, ауыҙы ҡолағына еткән, күкрәктәре кирелгән мөһаббәт бер ағайҙы етәкләп үтеп китте.
Ә, таныным, министр урынбаҫары булып эшләгәйне, апайҙың сираттағы йәреме, әллә ҡорбанымы икән?
Р. Ғәлимов.
Читайте нас: