– Мансур, ҡара әле, был сабый, ысынлап та, һиңә оҡшап тора ла инде, – тине Мәрйәм үҙе ҡыҙарынып киткән, ҡулдарына сабыйҙы алып, иренә күрһәтте.
– Мин дә шулай уйлайым, – тип Валерия ҡушылды.
– Ә ҡыҙҙың минеке икәнлеген нисек иҫбатларға итәһегеҙ?
– ДНК-ға анализ бир, – тине Валерия.
– Миңә кәрәкмәй. Һиңә кәрәк икән, һин бирәсәкһең.
– Ә минең аҡсам юҡ, – тине Валерия. – ДНК анализын Хөкүмәт иҫәбенә үткәрергә, әгәр атайлығың раҫланһа, һиңә түләргә тура киләсәк. Ә Хөкүмәт күберәк аласаҡ.
Мансур тирә-яғына ҡаранды, уңайһыҙланды:
– Ну, Лера, Лерочка! Ниңә улай бик ҡәтғи?
– Сөнки һинең менән башҡаса мөмкин түгел. Хәҙер ике йыл алдап йөрөйһөң. Өйләнәм, тинең, ҡайҙа никах ҡағыҙы? Тап баланы, ҡарайым, тинең. Ә үҙең, ике аҙна ҡалғас, ҡастың. – Ҡыҙҙың Мансурҙы төкөрөктәрен сәсеп әрләүенән бәләкәй өй һелкенеп торҙо.
– Лера, Валерия, шымыраҡ мәмкинме? – тип ҡыҫылырға мәжбүр булды.
Валерия ҡапыл Мәрйәмгә боролдо:
– Минең аңлауымса, һеҙ – уның ҡатыны. Шуға минең һорауым бар, һеҙҙең ирегеҙ һәр ваҡыт шулайы, әллә миңә ҡарата ғына шундай мөнәсәбәттәме? Бер нимә булһа: “Мин – тәфтишсе! Мин – запастағы майор!”. Тфү! Йүнле кеше милицияла эшләйме ни? Йә, әйтегеҙ, Мәрйәм апай, был ниндәй ир? Һеҙ уның менән нисек йәшәнегеҙ?
Һүҙгә яңынан Мансур ҡушылды:
– Прошу не трогать мое достоинство! – тине теле көрмәлеп. Ул, ҡатынынан бигерәк, Айҙарҙан уңайһыҙлана ине. Мансурға ярҙам Айҙарҙан килде лә:
– Әйҙәгеҙ, шымыраҡ булайыҡ! Кешеләр беҙҙең ҡысҡырышҡанды ишетеп, әллә нимә уйламаһын. Мансур Солтанов, ысынлап та, майор, бер нисә тапҡыр Чечняла булды. Уның хәрби наградалары бар һәм ул наградаларҙы штабта ятып түгел, окопта һуғышып алған. Мин уның хаҡында бик күп беләм.
Ошо урында Мансур боролоп Айҙарға ҡараны. Нимә тигән була? Бөтәһен дә беләм, тиме? Алға Айҙар сыҡты, бөтәһенә лә ҡарап:
– Әйҙәгеҙ, был йортта туй тамамланды, хужалар ял итһен, өҫтәлдәрҙе йыйыштырһын, ә мин һеҙҙе өйөмә саҡырам.
– Дүртәүләшеп барайыҡмы? – тип мөңгөрләне.
Айҙар бында ла уны урынына ултыртты. Атаҡ, атаҡ, ниңә дүртәүләшеп кенә? Бишәүләшеп барайыҡ! Ә ҡыҙыҡайҙың исеме кем? – тип һораны.
– Альбина! – тип йылмайҙы әсәһе.
– Ой! Альбина килгән беҙгә! – тип сабыйҙы күтәреп алды.
Айҙар сабыйҙы күтәреп, егеләре уға эйәреп “Тойота”ға сығып ултырҙылар. Хужаларға рәхмәт әйтеп хушлашҡандан һуң Айҙарҙың атаһының өйөнә ҡуҙғалдылар.
“Крузак” килеп туҡтауға Нурғәле ҡарт ҡапҡа алдында ултыра ине. Былар гөрләшеп килеп төшкәс, баҙап ҡалды:
– Әйҙүк, әйҙүк! Үтегеҙ! – тип саҡырҙы ул ҡунаҡтарҙы. Улар геүләшеп баҡса эсендәге ағастар күләгәһендә ултырған йәйге террасаға үтте.
“Йәшәй белә былар, – тип йәне көйҙө Мансурҙың тағы ла. – Һыуытҡыс, туалет, душ ҡуйған булған”.
Айҙар һыуытҡыста асып ебәрҙе һәм Мәрйәмгә өндәште:
– Әсәйем ятып тора, бик һөйләшә лә алмай. Шуға уны мәшәҡәтләп тормайыҡ. Мөмкин булһа, һеҙ өҫтәл ҡора алмаҫһығыҙмы икән?
Эргәләге һыуытҡыстан иң тәүҙә ҙур һауыт менән ҡымыҙ сығарҙы.
– Был нимә? Әллә һөтмө? Мин һыуһаным. – тине Валерия, үҙенә иғтибар талап итеп.
– Был – ҡымыҙ, һыуһынды ҡандыра торған эсемлек, бейә һөтөнән эшләйҙәр.
– Оһо! Ҡымыҙ! Ишеткәнем бар, тик эскәнем юҡ. Мөмкинме? Тик тамағым ауыртып тора, килешерме икән? Был бик һалҡын түгелме һуң? Кисә бер аҙ температурам да бар ине.
– Температура бар ине? – Айҙар аптыранды. – Йүткермәйһеңме?
– Ә һеҙ кем? Врачмы? – тип туҙынып китте Валерия.
– Мин врач түгел, – тине Айҙар, – ә пенсиялағы баш врач.
– Ярай, мине дауаларһығыҙ. – Йәш ҡатын ҡымыҙҙы күтәреп эсеп ҡуйҙы.
Күренеп тора, Мансур быларҙан ҡотолорға теләй:
– Әйҙә, Айҙар, баҡсаңды күрһәтмәйһеңме? – тип һораны.
– Әйҙә һуң, тик бында минең хеҙмәт юҡ. Барыһын да атай тырыштыра.
– Беләм, беләм, Нурғәле ағай колхоз тормошоноң бер легендаһы булып ҡына хәтерҙә ҡаласаҡ инде. Мин бит уның председатель, силәүит рәйесе, бригадир сағын да хәтерләйем. Халыҡты эшләтә белде. Ошонда алма ағастары күп була торғайны. Август, сентябрь, хәҙер әйтергә мөмкин, алма урларға төшә торғайныҡ. Бер ваҡыт үҙем генә төштөм дә,тоҡҡа тултырып булашам. Ҡараңғы, бер ни күренмәй. Ерҙән, теҙләнеп йөрөп, алма йыям. Шунан эргәмдә берәү килеп сыҡты ла, бер күнәк алманы минең тоғома һалды. “Ерҙән генә йыйығыҙ, ағастарҙың ботағын һындырмағыҙ”, ти. Тоғомдо күтәреп сығып ҡасҡаныды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
– Кем ине һуң? – тип көлдө Айҙар.
– Кем булһын, әсәйең. Шундай һәйбәт күңелле апай. Әле ҡайҙа? Күренмәй. Әсәйеңде әйтәм.
– 85 йәш. Хәҙер ятып ҡына тора.
– Ә һин ниңә яңғыҙ? – тип һорамай, булдыра алманы Мансур.
– Шулай килеп сыҡты, беҙ хәҙер ике илгә йәшәйбеҙ. Улым немец ҡыҙына өйләнгәйне, ҡыҙым бер нисә тапҡыр барғайны, бер егет менән танышҡан. Уныһының ата-әсәһе Башҡортостандан, 90-сы йылдарҙан һуң күсенгәндәр. Улдары, Андрей, хәҙер минең кейәүем була инде, ғүмер буйы башҡорттарға һоҡланып йәшәнем. Ихлас, ябай халыҡ, – ти. Өйләнештеләр, туй үткәреп ҡайттыҡ. Хәҙер улым да, ҡыҙым да Германияла. Һөҙөмтәлә, ҡатынымда ла юғалттым.
– Бына шулай, ҡатыным да шунда торҙо ла ҡалды. Һирәк-мирәк ҡайтҡылай, мин һирәк-мирәк барғылайым. Бына шундай ғаилә тормошо.
– Мин һиңә ғүмер буйы һоҡланып, юҡ, көнләшеп йшәшәнем. Һин – председатель малайы, етеш, бай йәшәнең. Беҙҙең һымаҡ, йәйге каникулдарҙа көтөү көтөп, комбайын саңын йотоп, сөгөлдөр утап йөрөмәнең. Пионер лагерында ял итеп, ҡалаларға сәйәхәт итеп, беҙ күрмәгәнде күреп йәшәнең.
– Туҡта, Мансур. Бөгөн көнө буйы һинең миңә ҡарата ҡылған шуҡлыҡтарыңды, тип әйтәйемме, тыңлап, түҙеп йөрөйөм. Һиҙеп торам, маҡсатың – низағҡа тартыу, мине кәмһетеү.
Мансур уның ҡаршыһына баҫып, уҫал итеп күҙҙәренә ҡараны:
– Әгәр һуғышһаҡ, мин һине барыбер бөгәрләп тығасаҡмын.
– Ә һин мине һуғышыр, тип уйлайһыңмы? – тип ихлас көлдө.
Ҡаршыһына баҫҡан Мансур ҡапыл һуллаҡайын күтәрҙе лә, уңы менән еңелсә генә һуғып алды.
– Мансур, ҡуй, килешмәй, һиңә лә, миңә лә. Беҙ ул йәштән үткәнбеҙ. Үпкәң булһа, әйт, бәлки ҡасандыр рәнйеткәнмендер. Шулай булһа, ғәфү ит. Мин диндәмен, намаҙ уҡыйым, хәйер бирәм, Хажға барҙым, ҡорбан салам. Һинең менән, алты йәшлек малай һымаҡ, сәкәләшеп торайыммы?
Мансурҙың ҡапыл хәле бөттө:
– Эх, Айҙар, – тине ул тегенең ҡулбашына еңелсә ҡағылып. – Ни эшләп яратмайым мин һине? Ниңә күрә алмайым?
Айҙар класташын ҡосаҡлап алды:
– Мин һине шул тиклем хөрмәт итәм, һиңә ҡарата бер дәғүәм дә юҡ.
– Нисек дәғүәң юҡ? – тип ярһыны Мансур. – Ә Мәрйәмде кем һинең эргәңдән һыпырып алып китте? Мин бит.
– Ни хәл итәһең, тимәк, ул һине ярата. Эйе, беҙҙең арала булды, ул һиңә өҫтөнлөк бирҙе. Ишетеп торам, балаларығыҙ өсәү. Әйткәндәй, әгәр Мәрйәм, ҡатыныңды әйтәм, һине хөрмәт итмәһә, ышанмаһа, өс бала табып бирмәҫ ине.
Мансур хахылдап көлөп ебәрҙе:
– Әһә, көнләшәһең!? Ҡулыңдан килмәне? Ә минең башым да етмәй. Һин ни өсөн йәшәйһең был ерҙә? Һин нимә ҡалдыраһың? Эйе, ул менән ҡыҙ үҫтергәнһең. Уларың Германияла немец балалары үҫтерә. Гуден таг, ауфедерзейн һәм башҡалар! Улар бит башҡорт түгел. Ә минең атайым, һинең олатайың фашистарҙы нисек ҡарған, беләһеңме?
– Беләм, – тине Айҙар тыныс ҡына итеп. – Балаларымдың яҙмышы өсөн мин дә борсолам. Һин минең иң ауыртҡан еремә баҫтың. Ә мин һиңә һоҡланам, Мансур, тик көнләшмәйем. Һин ниндәй бәхетле. Һинең балаларың ғына түгел, ейән-ейәнсәрҙәрең һинең менән башҡортса һөйләшә.
Ошо урында Айҙар түҙмәне, күҙҙәренән йәш атылып сыҡты. Мансур тетрәнде:
– Һиңә нимә булды? – тип ҡосаҡлап алды. – Әйҙә, керәйек, беҙҙе көтәләрҙер.
Мансур ҡапыл туҡтаны ла Айҙарҙы ҡосаҡланы һәм ҡолағына:
– Айҙар, һиңә Валерияны ҡалдырам. Ул – һинеке, – тине.
Айҙар Мансурҙы ҡапыл этеп ебәрҙе:
– Һин нимә, миңә һөйәркәңде һатып китергә уйлайһыңмы? Ниндәй түбәнселек! Мин һинән быны көтмәгәйнем. Хәйер, һин һаман мент булып ҡалғанһың икән. Мент, емтек сүпләүсе мент.
Мансур өндәшмәне, тешен шығырҙатып ҡына ҡуйҙы.
Өҫтәл артына кереп ултырҙылар. Мәрйәм менән Валерия матур ғына табын ҡорғайны. Айҙар ҡунаҡтарға һораулы ҡарашын ташланы:
– Нимә булһа ла, ярай, тик яндырып, төшөп китерлек булһын! – тине Валерия.
Айҙар менән Мәрйәм эсеүҙән шунда уҡ баш тартты. Мансур, ҡулына арыу конъяк эләккәс, бер-бер артлы күтәреп ҡуйҙы. Айҙар Мәрйәмгә мөрәжәғәт итте:
– Яҡын-тирәлә бер аҙ кеше дауалай белгән медсестрамы, табипмы юҡмы икән? – тип һораны.
– Ә кемгә кәрәк ине? – тип һорауға һорау менән яуап бирҙе.
– Әсәйем ята бит, дауаханаға алып барғы килмәй, унда карантин икән.
Мәрйәм тынды, тәүҙә оҙаҡ итеп Мансурға ҡарап торҙо һәм Айҙарға боролоп:
– Әгәр риза булһағыҙ, мин барыр инем, – тине.
– Һин барыр инең? Бына ҡыҙыҡ! – Мансур ауыҙын ҡыйшайтты.
– Улайһа, хаҡын һөйләшәйек, – тине Айҙар, ул мәсьәләнең шунда уҡ хәл ителерен көтмәгәйне.
– Ниндәй хаҡ һөйләйһең, Айҙар? – тинеМәрйәм! – Мин һеҙгә хәҙер бер серҙе асам. Айҙар, һин минең ғүмерлек хыялымды тормошҡа ашыраһың. Мин мәктәптә уҡығанда уҡ һеҙҙең ҙур, бейек өйөгөҙгә таң ҡалып ҡарап үтә торғайным. Уның тәҙрәләрен йыуырға, таҡта-диуарҙарын буярға, сәскәләр үҫтерергә хыяллана торғайным...
Ул һөйләп бөтә алманы, Мансур һикереп тороп, сығып китте.
Дуҫтар! Хикәйәнең дауамы иртәгә донъя күрәсәк. Уны көнөндә уҡыу өсөн беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"