+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Август 2020, 18:05

МИН ҺУҢҒЫҺЫ ИНЕМ, СИРАТ, НИҺӘЙӘТ, МИҢӘ ЛӘ ЕТТЕ.

Минең яҙғандарым һеҙгә кәрәк булырмы, юҡмы, белмәйем. Кем белә, бәлки берәйегеҙ ҡыҙыҡһынып та ҡуйыр. Хәйер, мин Гөлдәр әбей түгел, уныҡы һымаҡ тормош тәжрибәм дә, кисергәндәрем дә, тел байлығым да юҡ. Бының өсөн, ундай сифаттарға эйә булыу өсөн Баймаҡта һәм Бөрйәндә тыуырға һәм ҡалырға кәрәк. Быныһы – мотлаҡ талап. Ә мин ауылымдан ун алты йәштән сығып киттем. Тәүҙә интернат, университет һәм баш ҡалалағы мәктәптәрҙең береһе. Сәсем ағарғансы, үҙемде юғалта яҙа башлағансы, мәктәптәрҙә эшләнем, өлгөлө дәрестәр бирҙем, хатта бер нисә почет грамотаһына лайыҡ булдым. “Башҡортостан Уҡытыусыһы” журналында мәҡәлә сығарған кеше мин, белгегеҙ килһә. Шыуышып барып, йәбешеп ятып, шыуышып ҡайтып, мәктәп тирәһендә һаман да йөрөр кешеләрҙең береһе инем, ярай, ваҡытында, үҙемдең бәхеткә, мәғариф учреждениеһын ҡалдырып киттем.Универститетты бөтөүебеҙгә – 40 йыл. Төркөмөбөҙҙөң ядроһы, үҙәге, тип әйтәйемме, унлап ҡатын-ҡыҙ, даими осрашып торабыҙ. Осрашыуҙарыбыҙ, һөйләшеүҙәребеҙ нимәгә ҡайтып ҡала һуң?

МИН ҺУҢҒЫҺЫ ИНЕМ, СИРАТ, НИҺӘЙӘТ, МИҢӘ ЛӘ ЕТТЕ.
Минең яҙғандарым һеҙгә кәрәк булырмы, юҡмы, белмәйем. Кем белә, бәлки берәйегеҙ ҡыҙыҡһынып та ҡуйыр. Хәйер, мин Гөлдәр әбей түгел, уныҡы һымаҡ тормош тәжрибәм дә, кисергәндәрем дә, тел байлығым да юҡ. Бының өсөн, ундай сифаттарға эйә булыу өсөн Баймаҡта һәм Бөрйәндә тыуырға һәм ҡалырға кәрәк. Быныһы – мотлаҡ талап. Ә мин ауылымдан ун алты йәштән сығып киттем. Тәүҙә интернат, университет һәм баш ҡалалағы мәктәптәрҙең береһе. Сәсем ағарғансы, үҙемде юғалта яҙа башлағансы, мәктәптәрҙә эшләнем, өлгөлө дәрестәр бирҙем, хатта бер нисә почет грамотаһына лайыҡ булдым. “Башҡортостан Уҡытыусыһы” журналында мәҡәлә сығарған кеше мин, белгегеҙ килһә. Шыуышып барып, йәбешеп ятып, шыуышып ҡайтып, мәктәп тирәһендә һаман да йөрөр кешеләрҙең береһе инем, ярай, ваҡытында, үҙемдең бәхеткә, мәғариф учреждениеһын ҡалдырып киттем.
Универститетты бөтөүебеҙгә – 40 йыл. Төркөмөбөҙҙөң ядроһы, үҙәге, тип әйтәйемме, унлап ҡатын-ҡыҙ, даими осрашып торабыҙ. Осрашыуҙарыбыҙ, һөйләшеүҙәребеҙ нимәгә ҡайтып ҡала һуң? Кем үлгән, кем тере, кем бәләгә тарыған, бәлки айырылғандар мәсьәләһе ҡаралалыр? Юҡ шул. Шул унлап ҡатын-ҡыҙ араһында мин генә ир менән йәшәп ятҡан булам. Һәр хәлдә, шулай иҫәпләнәм. Тәүге осор минең ғаилә хәле барыһын да ҡыҙыҡһындыра һәм ғәжәпләндерә торғайны: “Бер иргә түҙеп-сыҙап, әле һаман йәшәп ятҡас, һин бик ныҡ кешелер. Беҙҙән һинең һымаҡ тоғро һәм күндәм ҡатын сыҡманы. Ирҙәрҙе беҙ бүре урынына ҡыуып, күҫәктәр менән һуҡҡылап алған һымаҡ итә торғайныҡ, тик бүре балаһын күпме генә ашатма, бүреккә һалып ҡарама, барыбер урман яғына ҡарай”, – тинеләр. Сәүиә өндәшә: “Мин – айрылманым”, – ти. Дөрөҫ әйтә, айырылып өлгөрмәне. Ире эсә ине, тракторы менән әйләнеп, иҫән ҡалды. Түләтһәләр, аҡсам етмәҫ, тип ҡурҡҡан да, үҙенә үҙе ҡул һалған.
Бына шулай йәшәп ятабыҙ. Осрашыуҙар бер төрлө, көн тәртибе йылдан-йыл үҙгәрмәй. Йәшәлгән йылдарыбыҙҙы йәлләп, юҡһынабыҙ, яҙмыштарыбыҙ бер-беребеҙҙекенә оҡшаш. Беҙҙе хәҙер ирҙәребеҙҙең фамилиялары ғына айыра.
Әйткәндәй, тормош иптәшегеҙ хаҡында. Был һүҙҙәрем күберәк йәштәргә ҡағылыр. Ирҙәр, өйләнгәнгә тиклем, бөтәһе лә бер. Улар тоғро, уңған, эшсән һәм аҡсалы. Бергә йәшәй башлағас, был сифаттарҙың, айырыуса, һуңғыһының тиҙ арала юҡҡа сығыуы бик ихтимал. Мин күп тапҡырҙар уйлағаным бар: ни эшләп беҙҙең егеттәр, бармаҡтарына балдаҡ кейгәнсе, аҡсалы һәм бай, ә инде туй кисендә үк күпме төштө икән, тип аҡсаны һанай башлай һәм, кәрәкһә, кәрәкмәһә лә, магазиндан бер нисә пар ботинка һатып ала. Ни өсөн аяҡ кейемдәренән башлауын дүрт тиҫтә йылдан ашыу йәшәгәс кенә төшөндөм. Күберәк йөрөр өсөн кәрәк икән. Эш менән йөрөймө, аҙып-туҙҙып йөрөймө, эсеп йөрөймө, уныһы мөһим түгел, мотлаҡ саң туҙҙырып, йөрөргә кәрәк.
Бына быйыл тағы осраштыҡ. Иң тәүге һорауҙары – хәлдәрең нисек, тип күҙҙәремә ҡарайҙар. Ә мин саҡ тыйылып торам. Иларлыҡ ҡына күҙ йәштәрем дә ҡалманы. Хатта йәшәгеләрем килмәй. Тағы нимә булды, тиһегеҙме? Нимә булһын, мин дә һеҙҙең сафҡа баҫтым, мине ирем ташлап китте. Әллә ни ете ят кеше лә түгел, электән аралашып йөрөгән хеҙмәттәшемдең ауылынан уҡытыусы балаҡайға өҫтөнлөк бирҙе. Һабаҡташтар ҡыуаныр, һис юғы ҡайғырыр, тип көткәйнем, исмаһам, бер йылы һүҙ тапһалар, арҡамдан һөйөп йыуатһалар, юҡ, хәҙер һин дә беҙҙең һымаҡ, тинеләр ҙә ҡуйҙылар. Шуға ҡыуанам, балалар эргәмдә, фатирҙы ла алып ҡалдым. Йәшәргә һаман кәрәк бит. Ә былай ҡурҡыныс түгел икән. Керәһең дә, сығаһың. Тормош үҙе лә шулай бит. Беҙ уға ҡайҙандыр ҡасандыр килеп керҙек, ә хәҙер, аҡрынлап ҡына, сығабыҙ. Беҙҙең урынды башҡалар ала. Бәхетле генә йәшәһендәр инде.
Читайте нас: