Бөгөн Рәсәй тарихында иң мөһим көндәрҙең береһе. Рәсәй Президенты Владимир Путин Гамалея исемендәге үҙәктә донъяла беренсе тапҡыр коронавирусҡа ҡаршы һөҙөмтәле һәм зыянһыҙ вакцинаның теркәлеүе хаҡында иғлан итте. Президент әйтеүенсә, препаратты беренселәрҙән ҡабул итеүселәр араһында уның ҡыҙы ла бар.