“Азат Шамил улы Республика Хөкүмәтендә милләт-ара, дин-ара мөнәсәбәттәрҙе, милләт-ара төрлөлөктө, телдәр, мәҙәниәт һәм башҡа мәсьәләләрҙе ҡурсалаясаҡ”, – ти Республика Башлығы. 1986 йылда тыуған Азат Бадранов сәйәси йәһәттән һыналған һәм бай тәжрибә туплаған етәкселәрҙең береһе. Ул, йәш булыуына ҡарамаҫтан, республикала абруй яулап өлгөрҙө һәм яңы башланғыстарға нигеҙ һалды.