-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Август 2020, 17:23

ХӨРМӘТЛЕ ҠУЛЛАНЫУСЫЛАРЫБЫҘ!

Һиҙгәнһегеҙҙер, беҙ һеҙҙең тын алышығыҙға ҡолаҡ һалып, һеҙҙең ихтыяжға яуап биреп, һеҙҙе мөмкин тиклем күберәк һәм файҙалыраҡ йәлеп итеү маҡсатында эшебеҙҙе ҡорабыҙ. Шуны күҙ уңында тотоп, һеҙҙең ҡайһы бер һорауҙарығыҙға һәм теләктәрегеҙгә яуап биреүҙе урынлы һанайбыҙ. Беҙҙең әҙәби әҫәрҙәребеҙҙе, иғтибар иткәнһегеҙҙер, махсус, ләкин әлегә лицензияһы булмаған компьютерҙар йыя. Беҙ әҫәрҙең йүнәлешен, идеяһын билдәләйбеҙ, геройҙар һайлап алабыҙ, уларға маҡсаттар күрһәтәбеҙ һәм компьютерҙы эшкә ҡушабыҙ. Компьютерҙың көндәлек эш күләме 2-3 биттән артмай. Ул бер йылына, һыуына, шатырлай башлай. Ҡыҫҡаһы, янғын тыуыу ҡурҡынысы тыуа. Ә бындай шарттарҙа замана аппаратын эшләтеү түгел, электрға тоташтырыу ҙа хәүефле. Беҙҙең үтенесебеҙ шул, әлеге компьютер менән тере кешеләр идара иткәнен аңлаһағыҙ ине. Юғиһә, ниңә иң яҡшы ерендә туҡтатаһығыҙ, шуны бер ыңғай биреп булмай инеме, артабан уҡырға ниәтем юҡ, эшегеҙҙе йүнләп башҡарығыҙ, тигән һымағыраҡ дәғүәләр беҙҙе ғәжәпләндерә.

Һиҙгәнһегеҙҙер, беҙ һеҙҙең тын алышығыҙға ҡолаҡ һалып, һеҙҙең ихтыяжға яуап биреп, һеҙҙе мөмкин тиклем күберәк һәм файҙалыраҡ йәлеп итеү маҡсатында эшебеҙҙе ҡорабыҙ. Шуны күҙ уңында тотоп, һеҙҙең ҡайһы бер һорауҙарығыҙға һәм теләктәрегеҙгә яуап биреүҙе урынлы һанайбыҙ. Беҙҙең әҙәби әҫәрҙәребеҙҙе, иғтибар иткәнһегеҙҙер, махсус, ләкин әлегә лицензияһы булмаған компьютерҙар йыя. Беҙ әҫәрҙең йүнәлешен, идеяһын билдәләйбеҙ, геройҙар һайлап алабыҙ, уларға маҡсаттар күрһәтәбеҙ һәм компьютерҙы эшкә ҡушабыҙ. Компьютерҙың көндәлек эш күләме 2-3 биттән артмай. Ул бер йылына, һыуына, шатырлай башлай. Ҡыҫҡаһы, янғын тыуыу ҡурҡынысы тыуа. Ә бындай шарттарҙа замана аппаратын эшләтеү түгел, электрға тоташтырыу ҙа хәүефле. Беҙҙең үтенесебеҙ шул, әлеге компьютер менән тере кешеләр идара иткәнен аңлаһағыҙ ине. Юғиһә, ниңә иң яҡшы ерендә туҡтатаһығыҙ, шуны бер ыңғай биреп булмай инеме, артабан уҡырға ниәтем юҡ, эшегеҙҙе йүнләп башҡарығыҙ, тигән һымағыраҡ дәғүәләр беҙҙе ғәжәпләндерә. Мәҫәлән, табиптар 20 йәштән өлкәндәргә компьютер алдында бер сәғәттән артыҡ ултырырға рөхсәт итмәй. Ләкин, беҙҙең һиҙеүебеҙсә, мониторҙан тәүлектәр буйы айырылмаған кешеләр ҙә бар. Оҙаҡлап компьютерға тексәйеп ултырыу һеҙҙең һаулығығыҙға ифрат зыянлы. Беҙҙең компьютерҙар бер кешенең уртаса сайтта 10-15 минут ултырыуын күрһәтте. Ләкин һеҙ көн һайын аралашҡан, яратып ҡараған, күңелегеҙҙе арбаған башҡа сайттар ҙа бар бит әле. Әгәр уларҙың да минуттарын килтереп ҡушһаҡ, һеҙ бөтөнләй саманы онотҡан һымаҡ тойола башлайһығыҙ.
Беҙҙең компьютерҙың девизы түбәндәгесә: беҙ һеҙҙең өсөн хәрефтәрҙе сүпләйбеҙ. Беҙҙең әҫәрҙәрҙең геройҙары, айырыуса, хәрефтәр һәм тыныш билдәләре, һеҙҙең хәл-торошоғоҙҙо туранан-тура күҙәтеп бара, һеңдерә һәм анализ яһай. Шуға күрә компьютер сүпләгән хәрефтәрҙән торған һөйләмдәрҙе һәм һүҙҙәрҙе уҡыған ыңғайы, ошо ла булған әҫәр, быны кем яҙған булды икән инде, уҡырға ла оят, мәсхәрәһе ни тора, “пип-пип”, тигән урынһыҙ дәғүәләр беҙгә, ғөмүмән, аңлашылмай. Әле бына “Туйҙан һуң”ды яҙып бөтмәнек, беҙҙе өйрәтергә теләүселәр күренә башланы. Ә инде “Мөлкәтте бүлешеү” персонаждары, быныһы нимә тағы, проектты ябайыҡ та ҡуяйыҡ, тип мыжый. Улар һеҙҙән аҡса, ашарға-эсергә, электр уты һорамай бит. Һәр дәғүәгеҙҙе түҙемле генә ҡабул итә.
Шуларҙы иҫәпкә алып, ҡайһы бер үтенестәрҙе лә тыңлаһағыҙ ине. “Лайк”тар комментарийҙар күренһә, әҫәр геройҙары бик дәртләнеп, илһамланып эшләйәсәк һәм һеҙҙе ҡыуандырасаҡ. Әле, бына, “Мөлкәтте бүлешкәндә”нән Нәғим тигән егетебеҙ, асыҡланыуынса, Бөрйәндән булып сыҡты. Ә беҙ уны Баймаҡтандыр, тип уйлағайныҡ. Ғөмүмән, уларҙың тормошона ҡыҫылыу үҙен аҡламай. Шуға уларҙы, нисек бар, улай ҡабул итәйек.
Һеҙгә хөрмәт һәм ихтирам менән, баш мөхәррир Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.
Дуҫтар! Беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: