+20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Август 2020, 12:16

БӘҒЗЕЛӘРГӘ ТӨРМӘ ЛӘ КИЛЕШӘ ИКӘН.

Юғарыла бәйән иткән 20 йыл буйы тәртип буйынса ваҡытында йоҡларға ятып, ваҡытында тороп, һәйбәт ашаған кешенең йәш күренеүе сәбәптәрен яманатлы Луиза Хәйруллина үҙ өлгөһөндә раҫлаған.

Юғарыла бәйән иткән 20 йыл буйы тәртип буйынса ваҡытында йоҡларға ятып, ваҡытында тороп, һәйбәт ашаған кешенең йәш күренеүе сәбәптәрен яманатлы Луиза Хәйруллина үҙ өлгөһөндә раҫлаған. Сөнки яңыраҡ Салауат ҡала судында былтыр 25 миллион һум менән юғалған ҡатындың енәйәтенә бәйле, суд башланды. Рәшәткә артында ултырыусы ҡатынды күптәр танымаған. Суд тыңлауы башланғас ҡына, йәп-йәш, тормоштан ҡәнәғәт һәм уңайһыҙлынап, тартынып ҡына ултырған ҡатындың Луиза икәнлеге асыҡланған. “Миллионер” ханымдың танымаҫлыҡ булып йәшәреүенең сәбәбе нимәлә, тиһегеҙ инде? 13 килограмға ауырлығын кәметкән, һомғол буйлы, тормоштан уңған ҡатынға әйләнгән. Хатта ханым судта үҙен бик лайыҡлы тота һәм бик әҙ хөкөм ҡарары өсөн көрәшә икән. Ләкин суд беҙҙә төҫ-башҡа ҡарап тормай. Уны ауыр енәйәт өсөн ҡаралған статья буйынса хөкөм итәсәктәр. Ҡыҫҡаһы, ауырлығын кәметеү, буй-һынын камиллаштырыу өсөн ваҡыт уға байтаҡ биреләсәк.
Дуҫтар! Беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас в