0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Август 2020, 12:11

КӨСЛӨ ЗАТТЫ КЕМ ҠОТҠАРЫР?

“Башҡортостанстат” 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына ҡарата ҡыҙыҡлы ғына һандар иғлан итте. Ҡыуанырға кәрәк, Башҡортостанда йәшәүселәрҙең уртаса йәше 39,2 тәшкил итә. Волга буйы федераль округында был – иң түбән, ләкин ыңғай күрһәткес. Икенсе урында – Пермь (39,4). Татарстанда – 39,6. Ҡыҫҡа ғына итеп әйткәндә, беҙҙә йәштәр күберәк иҫәпләнә. Мордва республикаһында 42,5, Пенза өлкәһендә – 42,9. Ә инде барлыҡ Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес 40,2 йәш тәшкил итә. Хәҙер мәсьәләнең айышына төшөнөр өсөн был күрһәткестәрҙе арлы-бирле тағатып ҡарайыҡ. Сөнки улар бик фәһемле һәм ғибрәт алырлыҡ. Сөнки бөгөн, мең иргә, уртаса алғанда, 1133 ҡатын-ҡыҙ тура килә. Республикала барлығы 1893000 ир һәм 2145000 ҡатын-ҡыҙ йәшәй.

Ә бит бәпес үҫтергәндә 105 малайға 100 мең ҡыҙыҡай тура килә ине. Ул малайҙар, егеттәр, ирҙәр, ҡайҙа булып бөттө икән? Теүәлерәк ҡараһаң, 37 йәштән һуң ирҙәр ныҡлап кәмей башлай. Һәм шундай ҡапма-ҡаршылыҡ: уртаса йәш юғары булған һайын, ҡатын-ҡыҙҙар һаны, ирҙәргә ҡарағанда, арта бара. Сөнки, мәҫәлән, Башҡортостанда, 19 йәшкә тиклем 505 мең ир-атҡа кейәүгә сығырға 485 мең ҡатын-ҡыҙ дәғүә итә. Ҡыҫҡаһы, 20 мең ир-ат үҙенә тормош юлдашын ситтән эҙләргә мәжбүр. Ә инде 60 йәштән һуң хәлдәр шул кимәлгә етә, 316 мең иргә 533 мең ҡатын-ҡыҙ тура килә. Асыҡлап әйткәндә, 217 мең яңғыҙ ҡатын барлыҡҡа килә. Тағы ла юғарыраҡ, тәрәнерәк күҙ ташлаһаң, хәлдәр бөтөнләй мөшкөл. 80-90 йәштәге 75 әбейгә 25 бабайҙы тәрбиәләргә тура килә.
Читайте нас: