Юғарыла башланған теманы дауам итәбеҙ һәм мәсьәләгә “Һәнәк” күҙлегенән баһа биреп ҡарайыҡ. Мәсьәләнең айышына төшөнөр өсөн туҙып бөткән бер көләмәс. Йәш кенә сырайлы бер ир эшкә урынлашып йөрөй.
– Һеҙгә нисә йәш? – тип һорайҙар тегенән.
– 70 йәш, – тип әйтә икән тегеһе, күҙен дә йоммай.
– Йәш күренеүегеҙҙең сере нимәлә? – тип ҡыҙыҡһына.
– Сәләмәт йәшәү рәүешенә өҫтөнлөк биреүемдә, – ти. – Миңә 20 йыл буйы бер ваҡытта тороп, бер ваҡытта ятырға, көн һайын ваҡытында ашарға тура килде, – тигән был кеше ғорурланып.
– Ә нимә өсөн ултырғайнығыҙ һуң? – тип һорарға мәжбүр булған.
Әйткәндәй, ошо уҡ кеше булдымы икән, анкетаһына: “Өс тапҡыр өйләндем, өс ҡатыным да үлде”, – тип яҙған. Һорайҙар икән:
– Тәүге ҡатынығыҙ ни эшләп үлде?
– Ағыулы бәшмәк ашап үлде, – тигән теге бәндә.
– Ә икенсе ҡатынығыҙ ни өсөн үлде?
– Ағыулы бәшмәк ашап үлде, – тигән теге.
– Өсөнсөһө лә ағыулы бәшмәк ашанымы? – тип һорағандар.
– Юҡ, мейеһе һелкенеп үлде, – тигән.
– Нимә булды? Әллә йығылдымы? – тип һорағандар.
– Юҡ, йығылманы. Ағыулы бәшмәк ашарға теләмәгәйне.
Әйткәндәй, ямғырҙарҙан һуң бәшмәктәрҙең ҡотороп үҫкән сағы. Халыҡ кәрзиндәрен-тоҡтарын күтәреп, ялан-ҡырҙарға, урмандарға ашыға. Үкенескә ҡаршы, ағыуланып үлеүселәр хаҡында хәбәрҙәр килә башланы. Ҡариҙел районында атаһы 6 йәшлек ҡыҙын бәшмәк менән һыйлаған. Ҡыҙыҡай, ас булдымы икән, күберәк ашаған. Атаһы менән апаһын ҡотҡарғандар, ә ҡыҙыҡай вафат булған. Етмәһә, сабыйҙың әсәһе лә былтыр ғына үлгән икән.
Һаҡ булығыҙ! Ағыулы бәшмәктәрҙе айырмаһағыҙ, яланға сығып та йөрөмәгеҙ! Шикле урындарҙан һатып алмағыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!