+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Август 2020, 10:00

ДОНЪЯНЫ ҠОТҠАРЫРМЫ, ӘЛЛӘ РӘСӘЙҘЕ ҺӘЛӘК ИТЕРМЕ?

Йоғошло сир ҡоторғандан-ҡотора бара һәм өр-яңы биләмәләр яулай. Бөгөн-иртәгә сирләүселәр һаны 22 миллиондан артып китәсәк. Мәрхүмдәр исемлеге 760 мең тәшкил итә. Украина коронавирустың икенсе тулҡынына ҡаршы торорға әҙерләнә, Итальяндар, хис-тойғоло халыҡ, осрашҡан һайын, ҡосаҡлашып, үбешеүҙәрен дауам итә. Шуға күрә сирләүселәр һаны тағы арта башланы. Йоғошло сирҙән ҡотолоуҙың бер генә сараһы бар. Ул да булһа, дөйөм вакцинациялау. Әлегә Ер шарында беренсе һәм икенсе һынауҙарҙы үткән бер генә вакцина ҡабул ителгән. Ул да булһа, Рәсәйҙең “Спутник-V” вакцинаһы. Ошо аҙнала Рәсәй Президенты вакцинаны етештерә башлау хаҡында күрһәтмә бирҙе. Башҡа илдәр ҡотолғоһоҙ һуңлай. АҠШ, Германия, Англия, Ҡытай етәкселәре үҙҙәренең вирусологтарын ҡабаландыра һәм ошо уҡ илдәрҙең белгестәре Рәсәйҙең “Спутник-V” вакцинаһын тәнҡитләй. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко: “Рәсәй вакцинаһы һынауҙы уңышлы үтте, беҙ яңы препаратты сәйәсиләштереүгә ҡаршы һәм халыҡтың ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя алмайбыҙ”, – тип белдерҙе. Бындай шарттарҙа Рәсәйҙе нимә көтә? Тантанамы әллә һәләкәтме? Әлегә һандар Рәсәй файҙаһына. Мәҫәлән, АҠШ-та, пандемия башланғандан бирле, 170 мең кеше үлһә, Рәсәйҙә – 16 мең. Халыҡ һаны нисбәте ярҙамында сағыштырһаҡ, АҠШ-та үлем осраҡтары биш тапҡыр юғары. Мәҫәлән, бер миллион кешегә иҫәпләгәндә, АҠШ-та 511 кеше үлһә, Рәсәйҙә – 105 кеше. Европа илдәрендәге хәлдәр һәләкәткә тиң. Испанияла, миллион кешегә иҫәпләгәндә, 611 кеше вафат булһа, Англияла – 608, Италияла – 585, карантиндан баш тартҡан Швецияла – 571. Шуға ҡарамаҫтан, Европа илдәре ҡабаланмаҫҡа, вакцинаны әйләнешкә сығармаҫҡа өгөтләй. Ә Рәсәй ҡабаланмай, ошо аҙнала һынауҙарҙың өсөнсө этабын башларға йыйына. Һүҙ ыңғайы, иҫкә төшөрәйек, Рәсәй, күп кенә дарыуҙарҙы сит илдәрҙән һатып алһа ла, беҙҙең вирусологтар донъяла иң көслөләрҙән иҫәпләнә. Бөгөн Африкала Эбола биҙгәген тик Рәсәй вакцинаһы менән генә тотоп киләләр. Ә “Спутник-V”, һынауҙарҙы үтеп тә бөтмәйенсә, донъяны яуларға әҙерләнә. 20 илдән миллиард долларҙан артыҡ контракттар тәҡдим ителгән дә инде. Ошо 20 ил иҫәбендә Бразилия, Мексика, Филлипин, Сәғүд Ғәрәбстаны, Берләшкән ғәрәп әмирлектәре бар.

Йоғошло сир ҡоторғандан-ҡотора бара һәм өр-яңы биләмәләр яулай. Бөгөн-иртәгә сирләүселәр һаны 22 миллиондан артып китәсәк. Мәрхүмдәр исемлеге 760 мең тәшкил итә. Украина коронавирустың икенсе тулҡынына ҡаршы торорға әҙерләнә, Итальяндар, хис-тойғоло халыҡ, осрашҡан һайын, ҡосаҡлашып, үбешеүҙәрен дауам итә. Шуға күрә сирләүселәр һаны тағы арта башланы. Йоғошло сирҙән ҡотолоуҙың бер генә сараһы бар. Ул да булһа, дөйөм вакцинациялау. Әлегә Ер шарында беренсе һәм икенсе һынауҙарҙы үткән бер генә вакцина ҡабул ителгән. Ул да булһа, Рәсәйҙең “Спутник-V” вакцинаһы. Ошо аҙнала Рәсәй Президенты вакцинаны етештерә башлау хаҡында күрһәтмә бирҙе. Башҡа илдәр ҡотолғоһоҙ һуңлай. АҠШ, Германия, Англия, Ҡытай етәкселәре үҙҙәренең вирусологтарын ҡабаландыра һәм ошо уҡ илдәрҙең белгестәре Рәсәйҙең “Спутник-V” вакцинаһын тәнҡитләй. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко: “Рәсәй вакцинаһы һынауҙы уңышлы үтте, беҙ яңы препаратты сәйәсиләштереүгә ҡаршы һәм халыҡтың ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя алмайбыҙ”, – тип белдерҙе.
Бындай шарттарҙа Рәсәйҙе нимә көтә? Тантанамы әллә һәләкәтме? Әлегә һандар Рәсәй файҙаһына. Мәҫәлән, АҠШ-та, пандемия башланғандан бирле, 170 мең кеше үлһә, Рәсәйҙә – 16 мең. Халыҡ һаны нисбәте ярҙамында сағыштырһаҡ, АҠШ-та үлем осраҡтары биш тапҡыр юғары. Мәҫәлән, бер миллион кешегә иҫәпләгәндә, АҠШ-та 511 кеше үлһә, Рәсәйҙә – 105 кеше. Европа илдәрендәге хәлдәр һәләкәткә тиң. Испанияла, миллион кешегә иҫәпләгәндә, 611 кеше вафат булһа, Англияла – 608, Италияла – 585, карантиндан баш тартҡан Швецияла – 571. Шуға ҡарамаҫтан, Европа илдәре ҡабаланмаҫҡа, вакцинаны әйләнешкә сығармаҫҡа өгөтләй. Ә Рәсәй ҡабаланмай, ошо аҙнала һынауҙарҙың өсөнсө этабын башларға йыйына. Һүҙ ыңғайы, иҫкә төшөрәйек, Рәсәй, күп кенә дарыуҙарҙы сит илдәрҙән һатып алһа ла, беҙҙең вирусологтар донъяла иң көслөләрҙән иҫәпләнә. Бөгөн Африкала Эбола биҙгәген тик Рәсәй вакцинаһы менән генә тотоп киләләр. Ә “Спутник-V”, һынауҙарҙы үтеп тә бөтмәйенсә, донъяны яуларға әҙерләнә. 20 илдән миллиард долларҙан артыҡ контракттар тәҡдим ителгән дә инде. Ошо 20 ил иҫәбендә Бразилия, Мексика, Филлипин, Сәғүд Ғәрәбстаны, Берләшкән ғәрәп әмирлектәре бар.
Рәсәй һаулыҡ һаҡлау системаһының үҙ юлы бар. Ләкин Көнбайыш уны танырға теләмәй шул. Беләһегеҙме, ни өсөн? 20 йыл элек кенә үҙ халҡын туйындыра алмаған ил бөгөн донъя баҙарында төп аҙыҡ-түлек етештереүселәрҙең береһе. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағыҙ. Күпселек илдәрҙәге ҡоролоҡ һәм миллиард ярым кеше йәшәгән Ҡытайҙағы һыу баҫыуҙар аҙыҡ-түлек етештереү мөмкинлеген ҡырҡа кәметте. Йыл һайын 165 миллиард долларлыҡ аҙыҡ-түлек һатып алған Ҡытай лидеры Си Цзиньпин ватандаштарын аҙыҡ-түлеккә һаҡсыл ҡарарға саҡырып мөрәжәғәт итте һәм сит ил эштәре министрлығына аҙыҡ-түлек импортын арттырыу хаҡында күрһәтмә бирҙе.
Дуҫтар! Беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: