+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Август 2020, 13:21

СТӘРЛЕБАШТАН – ҠАЙҒЫЛЫ ХӘБӘР.

Ул тыуған төйәгендәге матбуғатҡа ынтылды. Мәҡәләләре, әҙәби әҫәрҙәре башҡорт һәм татар матбуғатында йыш баҫылды. Һуңғы йылдарҙа “Һәнәк”тең төп авторҙарының береһенә әйләнде, үҙенең сатирик һәм юмористик шиғырҙары менән бик күптәрҙең кәйефен күтәрҙе. Ғүмер буйы Башҡортостанда йәшәп һәм ижад итеп тә, Татарстан яҙыусылар союзы ағзаһы булһа ла, барлыҡ әҫәрҙәре лә иң тәүҙә тыуған төбәгендә донъя күрҙе. Бөгөн Стәрлебаш районының Тәтер-Арыҫлан ауылында матбуғатыбыҙҙың яҡын дуҫы, “Башҡортостан”, “Ҡызыл тан” гәзиттәренең, “Һәнәк” журналының төрлө йылдарҙағы лауреаты Рәфғәт Шәмғүн улы Рысаевты һуңғы юлға оҙаталар. Мәрхүмдең яҡындарының, яҡташтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

СТӘРЛЕБАШТАН – ҠАЙҒЫЛЫ ХӘБӘР.
Ул тыуған төйәгендәге матбуғатҡа ынтылды. Мәҡәләләре, әҙәби әҫәрҙәре башҡорт һәм татар матбуғатында йыш баҫылды. Һуңғы йылдарҙа “Һәнәк”тең төп авторҙарының береһенә әйләнде, үҙенең сатирик һәм юмористик шиғырҙары менән бик күптәрҙең кәйефен күтәрҙе. Ғүмер буйы Башҡортостанда йәшәп һәм ижад итеп тә, Татарстан яҙыусылар союзы ағзаһы булһа ла, барлыҡ әҫәрҙәре лә иң тәүҙә тыуған төбәгендә донъя күрҙе.
Бөгөн Стәрлебаш районының Тәтер-Арыҫлан ауылында матбуғатыбыҙҙың яҡын дуҫы, “Башҡортостан”, “Ҡызыл тан” гәзиттәренең, “Һәнәк” журналының төрлө йылдарҙағы лауреаты Рәфғәт Шәмғүн улы Рысаевты һуңғы юлға оҙаталар.
Мәрхүмдең яҡындарының, яҡташтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас: