+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Август 2020, 11:25

“ЮКОС”, “БАШНЕФТЬ”, “СОДА” ҺӘМ БАШҠАЛАР.

“Башҡорт сода компанияһы”ның яҙмышы хәҙер Ҡуштауҙа ғына түгел, Кремлдең иркен, бейек кабинеттарында хәл ителәсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин компанияның контроль пакетының ни сәбәпле дәүләттән шәхси ҡулдарға күсеүен асыҡларға ҡушты. Владимир Путин: “Минең ҡулға килеп эләккән документтар бына нимә хаҡында һөйләй: компанияның контроль пакеты айырым шәхестәр ҡулында. Иң ҡыҙығы, 2013 йылда мөғжизәле юл менән, дәүләт ҡарамағындағы өлөш юйыла һәм контроль пакет күләме түбәнәйтелә. Дәүләт ҡарамағындағы 62 процент 38 процентҡа тиклем кәмей. Һөҙөмтәлә, компания үҙ сәйәсәтен үҙгәртә. Акционерҙар компанияның үҫешен түгел, маҡсат итеп күберәк табыш алыуҙы ҡуя”.

Президентҡа предприятиеның Башҡортостан иҡтисадын үҫтереүгә инвестициялар аҙ индереүе оҡшамай.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, “Башҡорт сода компанияһы”н яҡлап сығыш яһағаны өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путинға рәхмәт белдерҙе һәм: “Президентҡа рәхмәт. Ғәҙеллек тантана итергә тейеш!” – тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең сәхифәһендә.
Эйе, хосусилаштырыу дәүерендә ғәҙелһеҙлектәргә юл күп ҡуйылды. Халыҡ араһында предприятиеларҙы олигархтар ҡулынан тартып алыу хаҡында фекерҙәр күптән ишетелә. Мәҫәлән, “Юкос” һәм “Башнефть”тың Хөкүмәт контроленә ҡайтарылыуы хуплау тапты. Хәҙер “Сода”ны ла шундай уҡ яҙмыш көтөүе киләсәккә өмөт менән ҡарарға мөмкинлек бирә. Рәсәй Конституцияһының төҙәтмәләр менән яңы редакцияһын хуплап тауыш биргән күпселек тә ғәҙеллектең тантана итеүенә өмөт иткәйне.
Читайте нас: