-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Август 2020, 19:41

Ә УНДАЙ ИР МИҢӘ КӘРӘКМЕ?.. Хикәйә.

Мине атайым менән әсәйем өйҙәренә саҡыртып алды. Былай рәсмиләштереп һөйләүемдең сәбәбе шунда, минең атайым да, әсәйем дә оҙаҡ йылдар етәксе органдарҙы эшләне һәм башҡаса һөйләшә лә белмәйҙәр һымаҡ. Бәләкәй саҡтан бирле уларҙың хатта бер-береһенә һеҙ, тип өндәшеүҙәре, мөрәжәғәт иткәндә исеменә атаһының исемен ҡушып ебәреүе ҡыҙыҡ та, сәйер ҙә тойола торғайны.Әле бына, суд залынан сығыу менән, атайымдың саҡыртыуы буйынса бар эшемде күтәрә һуғып, ҡабалана-ҡабалана осрашыуға елдерәм. Һөйләшеү бик ҡатмарлы буласаҡ. Әсәйемдең әйтеүенә ҡарағанда, алдан уҡ волидол, корвалол әҙерләп ҡуйыу етмәҫ, хатта ярҙам итмәҫ һымаҡ.Ошо урында атайымдың кейәүен, минең иремде маҡтауын иҫкә төшөргөм килә. Эйе, атайым кейәүен ярата һәм бик маҡтай. “Беҙҙең кейәү, Сафуан Сәғит улы, бик уңған, егәрле, үҙ баһаһын белгән кеше. Мин шундай кейәүем булыуы менән ғорурланам. Ул минең ярҙамымдан тыш күтәрелде, бер ваҡытта ла аҡса һораманы, киреһенсә, ул миңә ярҙам иткеләй. Уның эшен һүҙ менән дәртләндереүем, ресурстар өҫтәүҙән баш тартыуымды, хәҙер килеп, дөрөҫ юл булған икән, тип баһалайым. Ҡытайҙар һымаҡ, балыҡ түгел, ҡармаҡ тотторорға, йәғни, беҙҙеңсә, йөҙөргә өйрәтергә түгел, һыуға ырғытырға ла ҡуйырға кәрәк. Кейәүҙе бер ырғыттыҡ. Ул байтаҡ тыпырсынғандыр. Бәлки бата ла яҙғандыр. Ләкин ул йөҙөп сыҡты һәм хәҙер уңышлы эшҡыуарҙарҙың береһе”, – тине атайым.Ә мин был һүҙҙәрҙе көлөмһөрәп тыңлайым. Сөнки көлөргә, уйынға борорға сәбәптәре бар.

Ә УНДАЙ ИР МИҢӘ КӘРӘКМЕ?..
Хикәйә.
Мине атайым менән әсәйем өйҙәренә саҡыртып алды. Былай рәсмиләштереп һөйләүемдең сәбәбе шунда, минең атайым да, әсәйем дә оҙаҡ йылдар етәксе органдарҙы эшләне һәм башҡаса һөйләшә лә белмәйҙәр һымаҡ. Бәләкәй саҡтан бирле уларҙың хатта бер-береһенә һеҙ, тип өндәшеүҙәре, мөрәжәғәт иткәндә исеменә атаһының исемен ҡушып ебәреүе ҡыҙыҡ та, сәйер ҙә тойола торғайны.
Әле бына, суд залынан сығыу менән, атайымдың саҡыртыуы буйынса бар эшемде күтәрә һуғып, ҡабалана-ҡабалана осрашыуға елдерәм. Һөйләшеү бик ҡатмарлы буласаҡ. Әсәйемдең әйтеүенә ҡарағанда, алдан уҡ волидол, корвалол әҙерләп ҡуйыу етмәҫ, хатта ярҙам итмәҫ һымаҡ.
Ошо урында атайымдың кейәүен, минең иремде маҡтауын иҫкә төшөргөм килә. Эйе, атайым кейәүен ярата һәм бик маҡтай. “Беҙҙең кейәү, Сафуан Сәғит улы, бик уңған, егәрле, үҙ баһаһын белгән кеше. Мин шундай кейәүем булыуы менән ғорурланам. Ул минең ярҙамымдан тыш күтәрелде, бер ваҡытта ла аҡса һораманы, киреһенсә, ул миңә ярҙам иткеләй. Уның эшен һүҙ менән дәртләндереүем, ресурстар өҫтәүҙән баш тартыуымды, хәҙер килеп, дөрөҫ юл булған икән, тип баһалайым. Ҡытайҙар һымаҡ, балыҡ түгел, ҡармаҡ тотторорға, йәғни, беҙҙеңсә, йөҙөргә өйрәтергә түгел, һыуға ырғытырға ла ҡуйырға кәрәк. Кейәүҙе бер ырғыттыҡ. Ул байтаҡ тыпырсынғандыр. Бәлки бата ла яҙғандыр. Ләкин ул йөҙөп сыҡты һәм хәҙер уңышлы эшҡыуарҙарҙың береһе”, – тине атайым.
Ә мин был һүҙҙәрҙе көлөмһөрәп тыңлайым. Сөнки көлөргә, уйынға борорға сәбәптәре бар. Атайым менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшкәс, барыһы ла аңлашылыр, улар икеһе лә тынысланыр, тип өмөт итәм.
Элекке номенклатур түрә үҙ фатирында үҙ ҡыҙын нисек ҡабул итә? Өр-яңы костюм кейгән, галстук таҡҡан атайым минең ҡысҡырып иҫәнләшеүемә һәм йылмайыуыма ҡаштарын йыйырып, уҫал итеп бер генә ҡараны:
– Һеҙ унда нимә уйлап таптығыҙ? Айырылышыу хаҡында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. Нимә, туйып һикерәһегеҙме? Әлегә һеҙ минең ҡарамаҡта. Тимәк, мин нисек әйтһәм, шулай йәшәйәсәкһегеҙ. Кейәүҙе әйтәм, Сафуан Сәғит улы, бик ҡайғыра һәм минән ошо низағты хәл итеүҙә ярҙамымды һорай, – тине атайым етди итеп.
Минең, түҙеп ултырмай, башҡа сарам юҡ. Иң мөһиме, миңә ҡабаланмайынса атайыма аңлатырға кәрәк. Ләкин мин өндәшмәйем. Әгәр өндәшһәм, ул ҡабул итмәйәсәк, хатта асыуланасаҡ. Ул ғүмер буйы түрә, начальник вазифаһын башҡарған. Ә ул холоҡ-фиғелдән ҡотолоу мөмкин түгел.
Ә минең һөйләнер һүҙҙәрем күп. Атайымдың кейәүен нисек маҡтауы хаҡында мин һеҙгә алдараҡ әйттем. Атайым үҙенең һүҙҙәрен түгел, мин һөйләгәндәрҙе еткерә. Сөнки эшендә шулай өйрәнгән. Нимә яҙып бирәләр, шуны уҡып, кемделер маҡтаған, икенселәрҙе тәнҡитләгән. Ошо урында Аркадий Райкиндың атаҡлы “Алыштырғыһыҙ”ын иҫкә төшөрөү ҙә етә.
Етмәһә, ауыр йөк булып атайымдың мине тәрбиәләгән саҡтары иҫкә төшә. Ул ваҡытта мин уҡыусы ҡыҙыҡай булһам, хәҙер тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған, төрлө кешеләрҙе күргән, ике ул үҫтергән, эшҡыуарлыҡта сәсен ағартҡан, быға тиклем иренә алыштырғыһыҙ ҡалҡан булған ҡатынмын. Минең дә әйтер һүҙәрем бар. Ләкин мин өндәшмәйем, икеһен дә ҡайғыға һалғым килмәй. Ә мин нимә тип әйтер инем, минең был иргә атайым менән әсәйемдең өгөтләүе, йәғни ҡоҙалауы арҡаһында ғына сығыуымды улар хәҙер күптән онотҡандыр. Ошо ике тиҫтә йыл самаһы минең күргәндәремде-кисергәндәремде һанай башлаһаң, атайҙың сәсәре үрә торор, әсәйем йығылып китер ине. Мин иремдең аҙналар буйы һурыҡмайынса эсеүе, ттиҫтәләрсә тапҡыр эскән килеш ГАИ-ға эләгеүен, аҙаҡ дауаханаға ятып, ҡиммәтле дарыуҙар тамдырып, иҫән ҡалыуы тураһында һөйләргә тейешменме? Бизнеста бөтә финанстарҙың минең ҡулда ғына булыуын аңлатырға тейешменме? Уның алйотлоғо арҡаһында барлыҡҡа килгән бурыстарҙы һыҙлана-һыҙлана түләүҙәремде әйтеп торайыммы? Ә инде уның мөхәббәттә бөтөнләй сама юғалтыуын, минән дә өлкән әбейҙәр менән мауығыуын һөйләйемме? Хәҙер бына һуңғы 5-6 йылда айырым йоҡлауыбыҙҙы аңлатайыммы? Мин өндәшмәйем. Атайым быны үҙенсә аңлай һәм мине бөтөнләй баҫып ҡуймаҡсы. Йәнәһе, тағы бер нисә һүҙ һәм мин ҡулдарымды күтәрәм, әсирлеккә төшөү шарттарын ҡабул итәм, мине буйһондороусыны маҡтайым һәм рәхмәтемде белдерәм.
Шулай көлөмһөрәп, бер 15-20 минут ултырғанмындыр. Хатта атайым пинжәген сисеп элергә мәжбүр булды. Миңә әсәйемдең өндәшмәүе көс бирә, сөнки ул иремдең алкоголик, ялҡау, аҙғын икәнлеген белә һәм уны ғәйепләй. Әйткәндәй, ирҙәрҙең эскеселек менән мауығыуы тураһында. Күптәр минең иремде лә эскесе тип белә. Ә һеҙ эскесенең эт ялҡауы икәнлеген беләһегеҙме? Байтаҡ ҡына ирҙәр иртән торорға йыбанып, эшкә бармаҫҡа һылтау табып, йыш ҡына шешәгә тотона. Шуға улар тураһында, “ул эсә бит”, тиҙәр, ә бер кем дә, “ул – ялҡау”, тип әйтмәй. Ирем менән 20 йыл йәшәгәндән һуң, шундай фекергә килдем: эскесенән дә ышанысһыҙ һәм өмөтһөҙ кеше юҡ. Уларҙы тәрбиәләргә ынтылыу, аңлатырға тырышыу мөмкин түгел.
Мин төшкә тиклем бушаманым. Өс сәғәт ваҡытымды суд залында көтөп үтәрҙем, ваҡытым йәл түгел, сөнки хәҙер минең дә, ҡайһы бер әхирәттәремдеке һымаҡ, элекке ирем бар. Ошо хаҡта таныҡлыҡ кеҫәмдә ята. Ләкин мин уны сығармайым. Ул – минең һуңғы кәртем.
Ә мин, беләһегеҙме, нимә эшләнем? Атайымдың эргәһенә килеп, уға һыйындым, икенсе яҡтан әсәйемде ҡосаҡлап алдым:
– Хөрмәтле атайым, ҡәҙерле әсәйем! Һеҙҙең миңә, уҡыусы баланы тәрбиәләгән һымаҡ мөнәсәбәтегеҙ оҡшай. Ләкин мин хәҙер уҡыусы түгел, ә өлкән генә йәштәге ҡатынмын. Ирем менән айырылышыуға килгәндә, мин уны үҙем хәл иттем һәм был мәсьәлә тикшерелмәй, – тинем мин.
– Ә ғаиләгеҙҙе кем ҡарай? Балаларҙы кем үҫтерә? – ти атайым.
– Һуңғы йылдарҙы барлыҡ эштәрҙе мин алып барҙым, Сафуан Сәғит улының ҡатнашлығы булманы, – тинем мин ышаныслы итеп. – Эйе, хәҙер мин уны аҫырайым. Әгәр закон кәрәк тип тапһа, эшләргә мөмкинлеге булмаһа, алимент түләргә мөмкинлегем бар.
Ошо урында атайым, был нимә һөйләй ул, тигән ҡиәфәт менән әсәйемә боролдо. Ә ул иһә, раҫлап, башын ғына һелкте.
– Тимәк, мин күбеһен белмәйем, – тине атайым аптыранып.
– Эйе шул, – тине әсәйем. Беҙ һине борсомаҫҡа булдыҡ.
Әллә асыуланып, әллә ғәжәпләнеп, атайым өр-яңы галстугын сисеп ташланы:
– Тимәк, быға тиклем мине алдап йөрөгәндәр килеп сыға түгелме һуң? – тине ул миңә нығыраҡ ҡарап.
– Был осраҡта, ҡәҙерле атайым, һинең ғәйебең юҡ. Бар ғәйепте мин үҙемә алам. Дөрөҫөн әйткәндә, ипкә килер, тигән ниәт менән, мин элекке кейәүегеҙҙең мөмкинлектәрен ҡабартыбыраҡ күрһәттем һәм уның шул статусҡа яуап биреренә өмөт иттем. Ләкин булманы, килеп сыҡманы. Әгәр мөмкин булһа, мине ғәфү итегеҙ, – тинем мин. Хатта бер нисә тамсы күҙ йәштәре лә тамыҙҙым.
Ниһайәт, атайым минең ысын тормошомдо белде. Ҡулдарымдан тотоп, күҙҙәремә ентекләп ҡараны. Мин уның ҡыҙына ҡарата ниндәйҙер ҡурҡыу, хатта эске ихтирам менән текләүен һиҙҙем, тыныс йоҡо теләнем һәм өйөмә ҡайтып киттем.
Өйөмә ҡайтып, душ ҡабул итеп, еңелсә генә сәй эсеп, сәстәремде киптергән арала телефонымды бөтөнләй күҙ уңынан ысҡындырғанмын. Үҙем дә ғәйепле. Үҙ-ара аңлашҡанда ҡамасауламаһын өсөн тауышын һүндереп ҡуйғайным. Үтеп барышлай ғына күҙ һалһам, атайым унлап тапҡыр шылтыратып та өлгөргән.
Үҙем кире шылтыратһам, атайым миңә:
– Ҡыҙым, һин күптән бәлиғ булғанһың, мин бөгөн һиңә ҡамасаулап йөрөүемде һиҙҙем. Хәҙер мин һинең өсөн ҡыуанам һәм һинең менән ғорурланам. Үҙең нисек беләһең, шулай эшлә, – тип йылы итеп хушлашты.
Шулай итеп, бер көндә беҙ атайым менән һәм элекке ирем менән барыһын да асыҡлап ҡуйҙыҡ. Хәҙер йәшәргә һәм эшләргә кәрәк. Ә иҫерек һәм ышанысһыҙ ир менән йәшәүҙең нисек ауыр икәнлеген һеҙҙең күптәрегеҙ беләлер, тип уйлайым.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас в