Вазифалы кешеләрҙең төрлө хәйләләргә юл ҡуйып, республика ҡарамағындағы “Сода” предприятиеһының акцияларын арзанайтыу ярҙамында шәхси ҡулдарға күсеүенә юл ҡуйыусыларға закон буйынса яуап бирергә тура киләсәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров предприятиены республика ҡарамағына ҡайтарыу һәм зыянды ҡаплатыу хаҡында белдереү яһаны. РФ Генераль прокуратураһы “Сода” предприятиеһын хосусилаштырыуҙа етди етешһеҙлектәргә юл ҡуйылыуын билдәләне. Әле унда Рәсәй Тәфтиш комитеты тикшереү эштәре алып бара. Хәҙерҙән үк шул билдәле, предприятие менеджменты етештереүҙе яңыртыу хаҡында түгел, хужалар иҫәбенә күберәк аҡса күсереүҙе хәстәрләгән. Ошондай шарттарҙа ла предприятиеның сеймал проблемаһын республика иҫәбенә хәл итергә тырышҡан. Етештереүгә идара итеү буйынса ифрат етди кәмселектәргә юл ҡуйылған.
Эксперттар билдәләүенсә, предприятие республика ҡаҙнаһына 34 миллиард һумлыҡ зыян килтергән. Республика Башлығы Радий Хәбиров, “Сода” йәмғиәте акцияларының республикаға ҡараған өлөшөнөң 2007-2013 йылдарҙа республиканан ситкә китеүен законһыҙ һәм ғәҙел түгел, тип иҫәпләй. “Сода”, стратегик предприятие булараҡ, һәр ваҡыт республика ҡарамағында булған.
Бөгөн сода милекселәренең барлыҡ акцияларына арест һалынған, ә республика етәкселеге Рәсәйҙең Тәфтиш комитетына Республика күргән 34 миллиард һум күләмендәге зыянды ҡаплатыу маҡсатында, мөрәжәғәт менән сығыш яһаған.