-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Сентябрь 2020, 17:37

ЙОҒОШЛО СИР: ХӘҘЕР БЕҘГӘ ҺАҠ БУЛЫРҒА КӘРӘК!

Донъя кимәлендә алып ҡараһаҡ, бөгөнгө көнгә Ер шарында коронавирус менән сирләүселәр һаны, Хопкинс университеты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 25 миллиондан артып китте. Иң күп сирлеләр АҠШ, Бразилия, Бөйөк Британия, Италия, Испания һымаҡ илдәрҙә теркәлгән. Илдәр Рәсәй фармацевттарына өмөт менән ҡарай. Сөнки Рәсәйҙә әле өсөнсө этап һынау үтә башлаған “Спутинк-В” вакцинаһы бик ыңғай һөҙөмтәләр бирә һәм киләсәккә өмөт менән ҡарарға ярҙам итә.

Донъя кимәлендә алып ҡараһаҡ, бөгөнгө көнгә Ер шарында коронавирус менән сирләүселәр һаны, Хопкинс университеты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 25 миллиондан артып китте. Иң күп сирлеләр АҠШ, Бразилия, Бөйөк Британия, Италия, Испания һымаҡ илдәрҙә теркәлгән. Илдәр Рәсәй фармацевттарына өмөт менән ҡарай. Сөнки Рәсәйҙә әле өсөнсө этап һынау үтә башлаған “Спутинк-В” вакцинаһы бик ыңғай һөҙөмтәләр бирә һәм киләсәккә өмөт менән ҡарарға ярҙам итә.
Вакцинаны ике предприятиела етештереү башланған. Уның иң тәүге препараттары, әгәр теләктәре булһа, табиптарға, уҡытыусыларға ҡарата файҙаланыласаҡ.
Ә Башҡортостанда хәлдәр нисек һуң? Республика Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, бөгөндән карантин талаптарының байтаҡ ҡына өлөштәренә үҙгәрештәр индерелде. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, Өфө урамдары сәскәләр тотҡан, матур-матур итеп кейенгән уҡыусылар күренеүенән, элекке хәүефһеҙ йылдарҙы хәтерләтеп, йәмләнеп ҡалды. Март, апрель, май айҙарында өйҙәрендә уҡырға мәжбүр булған уҡыусылар класташтарын, уҡытыусыларын һағынып, мәктәпкә ашыға. Шулай уҡ бөгөн балалар баҡсалары, ял парктары эшен башлай. Оҙаҡламай, театрҙар яңы миҙгелде өр-яңы әҫәрҙәр менән тамашасыларҙы ҡыуандырасаҡ.
Шуға ҡарамаҫтан, караниндың төп талаптары һаҡлана һәм беҙҙән уяу, һаҡ булыу талап ителә. Бирсәткәләр мотлаҡ түгел, ләкин битлектәр һаулыҡ өсөн кәрәк. Шулай уҡ социаль дистанция тигән мөмкинлекте лә файҙаланыу беҙгә иҫән-һау булырға, сирҙәр йоҡтормаҫҡа мөмкинлек бирәсәк.
Беҙҙе, күпме генә тырышмаһын, дәүләт кенә һаҡлай ҙа, яҡлай ҙа алмаҫ. Сөнки Аллаһ та, һаҡланғандарҙы ғына яҡлырмын, тигән бит.
Ошо алда буласаҡ ике аҙна беҙҙең киләсәк тормошобоҙҙа, именлегебеҙҙә хәл иткес булмағайы. Бөгөн кешеләр бик ныҡ аралашты. Ә мәкерле сир һаман арабыҙҙа йөрөй һәм ҡорбандар һайлай. Быға тиклем көн һайын теркәлеп торған 30-40 сирле, унан күберәк үпкә шеше менән интегеүселәр тиктәҫкә барлыҡҡа килмәгән. Ошо көндәрҙә генә түгел, киләсәктә лә сирлеләр һаны артмаһа, ниндәй күңелле булыр ине.
Бөгөн эҫе көндәрҙең һуңғыларының береһе. Оҙаҡламай һауы торошо ҡырҡа үҙгәрәсәк. Көндәр һалҡынаясаҡ, төндә ҡырау төшәсәк. Тәбиғәт ямғырҙар ҙа вәғәҙә итә. Ә октябрь, ноябрь айҙарында грипп һымаҡ киҙеүҙәрҙең килеүе лә бик ихтимал. Быйыл, мәҫәлән, төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығы халыҡтың яртыһынан күбеһен киҙеүгә ҡаршы вакциналамаҡсы. Әгәр ул тормошҡа ашһа, беҙ былтырғы һымаҡ киҙеүҙең янауын һиҙмәй ҙә ҡаласаҡбыҙ.
Иҫән-һау булығыҙ!
Читайте нас: