Ниһәйәт, Ҡуштау тирәһендә барған бәхәстәргә нөктә ҡуйылды, тип әйтергә нигеҙ бар. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Ҡуштауға Республика эсендәге айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе” исемен биреү тураһында Ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта Рәсәй Йәмәғәт палатаһының түңәрәк өҫтәлендә палатаның ағзаһы Ростислав Мырҙағолов хәбәр итте. Был мөһим документта һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең сиктәре, һаҡлау тәртибе раҫланған. Иң мөһиме, РФ Тәбиғәт министрлығының фатихаһы бар.
Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ҡарарҙы донъяға сығарҙы: “Ҡуштау буйынса бәхәстәргә нөктә ҡуйылды. Был ҡарар иң тәүҙә үҙ һүҙен әйткән меңдәрсә кешенең ихтыярын таныу һәм хөрмәт итеү”, – тип яҙҙы.