+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Сентябрь 2020, 20:34

БАЙМАҠТАР МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮ ЕҢЕЛ ТҮГЕЛ.

Баймаҡ районы – республикабыҙҙың йөҙөн билдәләүсе төп төбәктәрҙең береһе. Күптәр 2018 йылдың көҙөндә Баймаҡта, атап әйткәндә, Темәстә урындағы башҡорттарҙың сит милләт вәкилдәренең үҙҙәрен, йомшағыраҡ итеп әйткәндә, әҙәпһеҙ тотоуҙарына ҡаршы етди низағ менән тамамланғанын хәтерләйҙер. Ошо ваҡиға, ҡайһы бер күҙәтеүселәр билдәләүенсә, Рөстәм Хәмитовтың вазифаһын юғалтыуын тиҙләткәйне. Әгәр дөрөҫ булһа, элекке етәксе, Темәстәге бәхәсте барып, күреү һәм көйләү түгел, белмәй ҙә ҡалған.

Заман үҙгәрә, Радий Хәбиров килгәндән һуң, власть хәҙер халыҡҡа ныҡлы яҡынайҙы. Сөнки, башҡаса мөмкин түгел, тиҫтәләрсә йылдар буйы йыйылған проблемаларҙы ла бер нисә йыл эсендә генә хәл итеп бөтөп булмаҫ. Ләкин халыҡ араһында булырға, уларҙың тын алышын белергә, ярҙам итеү юлдарын табырға кәрәк. Ә ниңә алыҫ китергә? Ҡуштауҙағы хәлдәрҙәң һуң күптәр шуға төшөндө: проблемаларҙы күҫәктәр ярҙамында хәл итеп булмай икән.
Радий Хәбировтың идара итеү стиленең өҫтөнлөгө лә шунда – ул халыҡ менән аралашыуҙан баш тартмай. Республика Башлығы үҙенең компромиссҡа барырға һәләтле, әгәр күпселек хупламаған осраҡта, үҙенең элекке күрһәтмәләренән баш тартырға әҙер икәнлеген раҫланы.
Башлыҡтың бөгөн Баймаҡ еренә килеүе һәм халыҡ менән аралашыуы осраҡлы түгел. Райондың күпселек өлөшө тау-ташлы төбәктә урынлашҡас, уның ҡуйынында ҡиммәтле металдар ҙа, биҙәү өсөн таштар ҙа етерлек. Тик район бынан файҙа күрәме? Килер быуындарға аҡтарылған тауҙар, терегөмөш менән ағыуланған ерҙәр генә тороп ҡалмаҫмы?
Баймаҡтар тырышып эшләй ҙә, күҙҙәреңә ҡарап, дөрөҫөн әйтә лә белә. Осрашыуҙарҙа урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса етди һөйләшеү булды. Әгәр күмәкләп тотонһаң, файҙалы эштәр ҙә башҡарып була икән. Ана, Ярат ауылында өр-яңы фельдшер-акушер пункты ишектәрен асты. Ауыл халҡына ул бик кәрәк. ФАП-ты төҙөү өсөн, смета документацияһын әҙерләүгә халыҡ үҙе аҡса йыйған. Урындағы фермер ярҙам иткән, хакимиәттең ярҙамы ла тос булған.
Радий Хәбировтан күреп, урындағы башлыҡтар ҙа халыҡҡа мөнәсәбәтен үҙгәртә. Ана бит, республика Башлығы уларға кешеләрҙең тормошона ялтыр машиналарҙың тәҙрәләренән ҡарамаҫҡа, юғарынан тороп һөйләшмәҫкә өйрәтә.
Күсей халҡы ла Радий Хәбиров менән осрашыуҙан бик ҡәнәғәт ҡалды. Уларҙың нисәмә йылдар буйы көткән хыялы тормошҡа аша. Күсей – Хәлил юлы 2021 йылдың аҙағына файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.
“Бындай объекттарҙың көндәше юҡ. Юл юҡ икән, тимәк, ауылда тормош та юҡ”, – тип яҙа Башлыҡ социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә. Әйткәндәй, күсейҙәргә был юлды байтаҡтан бирле төҙөп бирергә вәғәҙә итәләр ине. Ләкин вәғәҙәләр елгә осто йә ҡағыҙҙа ғына ҡалды. Уны тормошҡа ашырыу хәҙерге властарға насип булған икән.
Читайте нас: