Ошо аҙнала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районында булды һәм райондың социаль-иҡтисади хәле менән танышты. Бындай емешле һәм һөҙөмтәле сәфәрҙәр йыш ойошторолһа ла, Республика етәксеһенең әлеге эш визиты айырым урын алып тора. Районда алтын ятҡылығын эшкәртеү “Рус баҡыр компанияһының” разведка эштәрен йәйелдереүе урындағы халыҡ араһында нигеҙле ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Хәҙер Башҡортостан етәкселеге бындай проблемаларҙы хәл итеүҙе үҙ ағышына ҡуймай, урындағы халыҡ менән кәңәшләшеп эшләүгә йүнәлеш алды. Ятҡылыҡтарҙың яҙмышы буйынса һөйләшеү артабан буласаҡ. Әлегә Республика етәкселеге райондағы проблемаларҙы хәл итеүгә ҙур көс һалмаҡсы. Мәҫәлән, Күсей-Хәлил автомобиль юлын асфальтлау киләһе йылдың аҙағына тиклем тамамланырға тейеш. Республикабыҙҙа иң ҙур ауылдарҙың береһе булған данлы тарихлы Темәстә урындағы халыҡ менән бик талапсан һөйләшеү булды. 4 меңләп кеше йәшәгән ауылды төҙөкләндереү, эш урындары булдырыу һымаҡ мәсьәләләр ҡаралды. Бында оҙаҡламай бассейны һәм спорт залы булған физкультура-һауыҡтырыу комплексы, ат спорты мәктәбе төҙөлә башлаясаҡ.