+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Сентябрь 2020, 19:34

ИШЕМБАЙ ДЕПУТАТТАРЫ АЗАМАТ АБДРАХМАНОВҠА КИҪӘТЕҮ ЯҺАНЫ.

Ҡуштауҙағы ваҡиғаларҙан һуң мөнәсәбәт асыҡлау һаман да дауам итә. Ошо аҙнала Ишембай район советы депутаттары район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахмановҡа, етәксегә хас этиканы боҙғаны өсөн, киҫәтеү яһаны. Ләкин ошо киҫәтеү генә бәхәскә нөктә ҡуйыр, тип уйларға мөмкинлек бирмәй. Сөнки Азамат Абдрахманов низағтан һуң хәлдәрҙе көйләү өсөн ярҙам иткән, ҡулға алынған йөҙләп кешене иреккә сығарыуҙа ҡатнашҡан. Үкенескә ҡаршы, әле лә ваҡиғаларҙы ҡуйыртырға, ҡапма-ҡаршылыҡты тәрәнәйтергә теләүселәр юҡ түгел. Улар хакимиәт башлығын эшенән ебәреү өсөн ҡултамғалар йыя һәм митингы үткәреүгә рөхсәт һорай.

Абдрахманов хакимиәт башлығы вазифаһын ярты йылдан артыҡ биләй һәм эшләү дәүерендә үҙен талапсан һәм эштәрҙе яңыса ойошторорға һәләтле етәксе итеп күрһәтте. Мәҫәлән, быйыл, РФ Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәһендә “Алға” махсус иҡтисади биләмәһен ойоштороу һәм тормошҡа ашырыу ҙур көс, эш талап итәсәк.
Быйыл Ишембай ҡалаһында бик ҙур төҙөкләндереү эштәре йәйелдерелде. Бындай эштәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн урындағы хәкимиәткә ҙур тырышлыҡ һалырға тура килә.
Бәлки йәш хәкимиәт башлығына Ҡуштауҙа уның ҡатнашлығында булған ваҡиғалар өсөн ғәфү үтенергә, ә уға ҡаршы көстәргә мәғлүмәт майҙанында ғәйеп ташлауҙан туҡтарға кәрәктер?
Фото: www.bashinform.ru
Читайте нас: