ПУТИН МЕНӘН ЛАВРОВ СЕРБИЯ ПРЕЗИДЕНТЫНАН ҒӘФҮ ҮТЕНДЕ.
Сербия Президенты Вучич белдереүенсә, РФ Сит ил эштәре министрлығының вәкиле Мария Захарова Сербияға ҡарата урынһыҙ баһаларға юл ҡуйған. Сербиянан хәбәр итеүҙәренсә, Владимир Путин һәм РФ Сит ил эштәре министры Сергей Лавров президент алдында ғәфү үтенергә булған.
Мәғлүм булыуынса, Сербия республикаһы Европаның уртаһында урынлашҡан һәм Евросоюзға һәм НАТО-ға инмәгән берҙән-бер ил. Сербия һәм уның етәкселеге элек-электән Рәсәй-Сербия хеҙмәттәшлеген юғары баһалай һәм хеҙмәтәшлек артабан да дауам итер, тип ышана.