+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2020, 19:10

ХӨКҮМӘТ БАШЛЫҒЫ ҮҘЕ ӨСӨН ЯҢЫ БУРЫСТАР БИЛДӘЛӘНЕ.

Бөгөн БР Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Конституцияға ярашлы, Андрей Назаровты Хөкүмәт премьер-министры вазифаһына билдәләргә ризалыҡ бирҙе. Хәҙер Башҡортостан Хөкүмәтенә билдәле сәйәсмән һәм элекке уңышлы бизнесмен етәкселек итәсәк.

Әле бер йыл элек кенә Андрей Назаровты Хөкүмәт Башлығы вазифаһында бик һирәктәр генә күҙ алдына килтерә ине. Республика Башлығы Радий Хәбиров Андрей Назаровты Хөкүмәткә етәкселек итеүгә өгөтләгәндә бик көслө дәлилдәр тапҡандыр, тип уйларға кәрәк. Һәр хәлдә, үткән бер йыл эсендә Хөкүмәт вице-премьеры вазифаһында Андрей Назаров үҙен тик ыңғай яҡтан ғына күрһәтте.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, ул киләсәктә Хөкүмәт башында үҙ ҡарашы булған кешенең булыуын теләй. Радий Фәрит улы: “Андрей Назаровты үҙ мәнфәғәттәре түгел, ә үҙе хаҡында изге хәтирәләр ҡалдырыу ихтыяжы йөрөтә”, – тине.
Андрей Назаров сығышында 2024 йылға тиклем Хөкүмәт программаһын тәҡдим итте һәм: “Беҙҙең бурыс – республиканы кешеләр өсөн йәшәүгә уңайлы итеү – тип билдәләне. Бының өсөн киләсәктә өр-яңы социаль объекттар төҙөләсәк. Миграцияны ыңғай яҡҡа үҙгәртеү бурысы, эш хаҡын арттырыу мәсьәләһе тора”.
Ул шулай уҡ 2024 йылға тиклем лайыҡлы эш хаҡы булған 40 мең эш урыны булдырыу хаҡында һүҙ бирҙе. Төбәк тулайым продукты биш йылда 1,5 тапҡыр артырға, инвестициялар 650 миллиард һумға етергә тейеш.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Андрей Назаровты премьер-министр вазифаһына тәғәйенләү буйынса Указға ҡул ҡуйҙы һәм бер ай эсендә Хөкүмәт составын әҙерләргә ҡушты.
Читайте нас: