+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 12:25

ҺАҠЛАНЫУ САРАЛАРЫ КӨСӘЙТЕЛӘСӘК.

Йоғошло сирҙең таралыу ҡурҡынысы менән бәйле, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Юғары әҙерлек тәртибен һаҡлау тураһында” Указға ҡул ҡуйҙы.Указдың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәргә үҙҡамау тәртибен һаҡлау тәҡдим ителә. Был өлкән йәштәгеләрҙең аҙыҡ-түлек, дарыу алыу өсөн сығыуҙарына һәм баҡсаға барыуҙарына ҡағылмай.

ҺАҠЛАНЫУ САРАЛАРЫ КӨСӘЙТЕЛӘСӘК.
Йоғошло сирҙең таралыу ҡурҡынысы менән бәйле, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Юғары әҙерлек тәртибен һаҡлау тураһында” Указға ҡул ҡуйҙы.
Указдың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәргә үҙҡамау тәртибен һаҡлау тәҡдим ителә. Был өлкән йәштәгеләрҙең аҙыҡ-түлек, дарыу алыу өсөн сығыуҙарына һәм баҡсаға барыуҙарына ҡағылмай.
Республика Башлығы пенсионерҙарға табип тәҡдиме буйынса киҙеүгә ҡаршы вакцинация үтергә кәңәш бирә.
Үҙҡамау тәртибен һаҡлау Башҡортостан кешеләренә һәм сит илдән килгәндәргә лә ҡағыла. Йоғошло сирҙәрҙе алдан киҫәтеү, кешеләргә вакцинация үткәреү өсөн өҫтәмә аҡса бүленәсәк.
Башҡортостан республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмиәт саралары агентлығы, һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы менән бергә халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барасаҡ.
Читайте нас: