+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 11:11

МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ ЙӘШТӘР СӘЙӘСӘТЕ БУЙЫНСА СОВЕТНИК.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров билдәле йырсы Радик Юлъяҡшинды мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса үҙенең советнигы итеп тәғәйенләне.“Минең бындай ҡарар ҡабул итеүемдең сере юҡ, – тине Радий Хәбиров. – Радик Юлъяҡшин йәштәр араһында башҡорт мәҙәниәтен таратыу өсөн ҙур эш башҡара һәм беҙгә ҙур ярҙам күрһәтә”.

МӘҘӘНИӘТ ҺӘМ ЙӘШТӘР СӘЙӘСӘТЕ БУЙЫНСА СОВЕТНИК.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров билдәле йырсы Радик Юлъяҡшинды мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса үҙенең советнигы итеп тәғәйенләне.
“Минең бындай ҡарар ҡабул итеүемдең сере юҡ, – тине Радий Хәбиров. – Радик Юлъяҡшин йәштәр араһында башҡорт мәҙәниәтен таратыу өсөн ҙур эш башҡара һәм беҙгә ҙур ярҙам күрһәтә”.
Республика етәксеһе эргәһендә советниктар институты электән бар һәм улар теге йәки был мәсьәлә буйынса мөһим проблемаларҙы күтәреп сыға. Мәҫәлән, Ҡуштауҙағы ваҡиғалар менән бәйле, Рәсих Хәмитовты Башлыҡтың тәбиғи ресурстарҙы файҙаланыу һәм экологияны һаҡлау буйынса советнигы итеп тәғәйенләү бик ваҡытлы булды һәм хуплау тапты.
Ғәҙәттә советниктарға эш хаҡы түләү ҡаралмаған.
Читайте нас: