+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Октябрь 2020, 14:00

ИШЕМБАЙҘЫ ХӘҘЕР ТАНЫРЛЫҠ ТҮГЕЛ.

Ишембай ҡалаһына РФ торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Владимир Якушев һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килде һәм ҡаланы төҙөкләндереү эштәре менән танышты. Былтыр Ишембай районы хакимиәте уңайлы ҡала мөхите булдырыу йәһәтенән биләмәне төҙөкләндереү буйынса грант отҡайны. Ошо грант иҫәбенә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә быға тиклем төҙөкләндереү йәһәтенән бер ҙә үҙәкләштерелгән сығымдар ала алмаған Ишембай күҙ алдында танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Утыҙынсы йылдарҙан бирле барлыҡ Советтар союзында “икенсе Баҡы” исеме аҫтында нефть менән тәьмин иткән төбәк хәҙер иң юғары кимәлдәге ҡунаҡтарҙы ҡабул итерлек, ҡала халҡы ғаиләләре, балалары менән буш ваҡытты үткәрерлек ял майҙанына эйә булды. Яҡындағы йылдарҙа Ишембайҙа нәүге нефть фонтанының атыуына 90 йыл туласаҡ. Ошо айҡанлы, ҙур ғына төҙөкләндереү проекттары ҡаралған. Рәсәй министры Владимир Якушев һәм Республика Башлығы Радий Хәбиров ишембайҙар башҡарған эш менән бик ентекләп танышты һәм ҡәнәғәт ҡалды. Владимир Якушев был эш тәжрибәһен Рәсәйҙә таратыу мөмкинлеген дә билдәләне. Район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов етәкселек иткән команда, уңайлы мөмкинлекте файҙаланып, ҡаланың йөҙөн яңыртыуға өлгәшкән.

Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары, “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе булараҡ, республиканың иҡтисадын һәм сәнәғәтен нығытыуға ҙур өлөш индерәсәк. Шуныһы яҡшы: бында төҙөкләндереү һәм яңы сәнәғәт предприятиелары асыуға һәм ойоштороуға ҙур теләк менән тотондолар. Мәҫәлән, яңы асыласаҡ предприятиеларға һалым ташламалары биреү “Алға” биләмәһендә сәнәғәтте үҫтереүгә мөмкинлек бирәсәк.
Фото www.bashinform.ru сайтынан алынды.
Читайте нас: