“Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Самат Ғәлин ваҡытһыҙ вафат булды. Ең һыҙғанып, дәртләнеп эшләп йөрөгән тағы бер хеҙмәткәрҙе юғалттыҡ. Бөгөн уны Әбйәлил районыныда, тыуған ауылы Хәлилдә һуңғы юлға оҙатасаҡтар. Алсаҡ, асыҡ ҡарашлы егетте беҙ һағынасаҡбыҙ әле. Ауыр тупрағың еңел, ҡараңғы гүрҙәрең яҡты булһын, ҡәләмдәш. Бәхил бул.