+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Октябрь 2020, 18:29

РАДИЙ ХӘБИРОВ «ЮҒАРЫ ӘҘЕРЛЕК» РЕЖИМЫ ТУРАҺЫНДАҒЫ УКАЗҒА ҮҘГӘРЕШТӘР ИНДЕРҘЕ

Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров «Юғары әҙерлек» режимы тураһындағы указына сираттағы үҙгәрештәрҙе индерҙе. Яңыртылған документта республика биләмәһендә 50-нән күберәк кеше ҡатнаша торған эш, мәҙәни, күңел асыу, спорт сараларын үткәрмәҫкә йә кисектерергә ҡушыла.

Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров «Юғары әҙерлек» режимы тураһындағы указына сираттағы үҙгәрештәрҙе индерҙе. Яңыртылған документта республика биләмәһендә 50-нән күберәк кеше ҡатнаша торған эш, мәҙәни, күңел асыу, спорт сараларын үткәрмәҫкә йә кисектерергә ҡушыла.
65 йәштән өлкәнерәктәргә, ауырлы ҡатындарға, хроник сирлеләргә айырымланыу режимын һаҡларға тәҡдим ителә, аҙыҡ-түлек, дарыу алырға, элемтә салондарына, баҡсаға, зыяратҡа барырға мөмкин. Башҡортостанға сит дәүләттәрҙә самолет менән, шул иҫәптән транзит буйынса башҡа төбәктәрҙән килеүселәргә ковид барлығы-юҡлығына ПЦР ысулы менән тикшереү һөҙөмтәһе алынғанға тиклем айырымланыу мотлаҡ.
Мәктәптәрҙә каникул 19 октябрҙә башланып, 4 ноябрҙә тамамланасаҡ.
Кинотеатрҙар, театр-концерт ойошмалары, мәҙәниәт усаҡтары тамаша залы 30 процентҡа тиклем тулған осраҡта ғына эшләй ала. Рәсәй Спорт министрлығының календарь планына ингән спорт ярыштары санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙең ҡәтғи үтәлеүе шарттарында һәм тамашасыларһыҙ үткәрелә.
Эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәре араһындағы 65 йәштән өлкәндәрҙе, ауырлы ҡатындарҙы, хроник сирлеләрҙе дистанциялы эшләүгә күсерергә, предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа эш урындарында коронавирус таралыуын иҫкәртеү буйынса Роспотребнадзор тәҡдимдәрен үтәргә ҡушыла.
«Башавтотранс» предприятиеһы һәм шәхси пассажир ташыусылар хәрәкәт графигын пассажирҙар социаль дистанцияны күҙәтә алырлыҡ итеп ойошторорға тейеш. Дөйөм туҡланыу ойошмаларына 23:00 сәғәткә ябылырға, корпоратив сараларҙы, туйҙар, юбилейҙар, мәрхүмдәргә бағышланған табындарҙы үткәреүҙән тыйылырға, бейеү майҙансыҡтарын эшләтмәй торорға тура киләсәк.
Дәүләт һәм муниципаль власть органдарындағы ултырыштарҙы башлыса видеоконференция рәүешендә үткәрергә тәҡдим ителә.
Башҡортостан Хөкүмәтенә Стәрлетамаҡтағы яңы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһын 2020 йылдың 15 декабренә өлгөртөргә ҡушыла.
Указға ярашлы үҙ өйөңдән башҡа бөтә ерҙә маска кейергә, магазин, банк һәм МФЦ-ла бирсәткә лә кейергә, бөтә урында (таксиҙан башҡа) 1,5 м социаль дистанция һаҡларға фарман бирелә.
Читайте нас: