-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Октябрь 2020, 22:32

ҮТКЕР ТЕЛЛЕ АҪЫЛҒУЖАҒА 75 ЙӘШ ТУЛҒАН БУЛЫР ИНЕ

Иҫән булһа, Аҫылғужа Баһуманов ошо көндәрҙә гөрләтеп 75 йәшен билдәләп йөрөр ине. Ут кеүек була торғайны мәрхүм. Үҙе шәп журналист булды, оҙаҡ йылдар "Башҡортостан" гәзитендә эшләне; әҙәби әҫәрҙәре, шиғырҙары менән дә танылды. Бик белемле, телде нескә тойоусан кеше булды. Ҡасандыр "Башҡортостан" гәзитендә баҫылып сыҡҡан һәм ВК төркөмдәрендә йөрөгән ошо мәҡәләлә уның телебеҙ тураһында һәр кемде ҡыҙыҡһындырырлыҡ фекерҙәре яҙылған.

ҠЫЛЫСТАН ҮТКЕР, УҠТАН ТӨҘ ИНЕ....
Яҙыусы, шағир, журналист Аҫылғужа Баһумановтың телебеҙҙең хәл-торошо хаҡында фекерҙәре
Ил, тел өсөн низағ әүәлдән килә. Мәҫәлән, 1920-1930 йылдарҙа һәр хәреф өсөн көрәш барған! Шул осорҙа ауырлыҡтар аша һаҡлап ҡалынған телебеҙҙе ҡәҙерләү – мөҡәддәс бурысыбыҙ. Иң тәүҙә шуны әйтеп китәйем: диалектта һөйләшкәндәр әҙәби телдә уҡырға тейеш. Донъяның барлыҡ ерендә лә һөйләштәр бар, шулай ҙа берәү ҙә “беҙҙеңсә дәреслек кәрәк” тип тауыш күтәреп йөрөмәй.
Ғилемебеҙ артҡан һайын телебеҙҙең кимәле төшә барыуы ныҡ борсой мине. Офоҡто – “горизонт”, аңлатманы – “комментарий”, һөжүмде – “атака”, туры атты – “тура ат”, ҡыуалды “ҡармаҡ һабы” тип яҙабыҙ һәм һөйләйбеҙ икән, ниндәй белем хаҡында һүҙ барырға мөмкин?
Һөйөнөскә күрә, һуңғы ваҡытта матбуғатта айырым һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе, тарихи һәм географик атамаларҙы дөрөҫ ҡулланмауыбыҙ хаҡында яҙмалар сыға башланы. Уларҙа мәсьәлә дөрөҫ күтәрелә, урынлы ҡуйыла. Ысынлап та, бер сиктән икенсеһенә күҙ йомоп ташланабыҙ. Мәҫәлән, Мөслим Әбсәләмов яҙғанса, “әүҙем”де кәрәккән-кәрәкмәгәндә “әүҙем әүҙемләйбеҙ”. Ҡайһы бер ваҡытта “актив” тигәненән ниңә ҡасырға? Телебеҙҙә нығынған бит. Белеп, уйлап, сама менән икеһен дә ҡулланайыҡ.
“Нимә” һәм “нәмә”не, йәғни алмаш менән исемде, бутау һарыуҙы ныҡ ҡайната. Юғары уҡыу йортоноң филология факультетын яңы тамамлаған ҡусты-һеңлеләребеҙ генә түгел, дипломы күптән саңланып ятҡан ағай-апайҙарыбыҙ ҙа “бер нимә лә булманы” йәки “нәмә эшләйһең?” тип яҙа. Ул ғына ла түгел, һинекен үҙҙәренсә төҙәтәләр бит әле!
Насармы-яҡшымы, ниһайәт, “Башҡорт теле һүҙлеге” сыҡты. Ул әлегә иң ҡиммәтле, әһәмиәтле ҡулланма булып ҡала. Телде ҡойто белгән дипломлы журналистарыбыҙ, әҙәбиәтселәребеҙ ошо әсбапҡа ара-тирә булһа ла күҙ һалһа, уҡаһы ҡойолмаҫ ине.
Наҙанлыҡ ҡайҙан килә? Уйһыҙлыҡтан, уйларға иренеүҙән! Һәр хәлдә, һәләтһеҙлектән түгелдер, сөнки һәр булдыҡһыҙҙы, әгәр ул “ҡалағын” дөрөҫ тота белһә, ахыр сиктә дөрөҫ яҙырға, һөйләргә өйрәтергә була.
Гәзит-журналда тоталар ҙа “кәңәшле эш тарҡалмай” тип яҙалар. Хәҙер инде уйлап ҡарайыҡ. Кәңәшмәләрҙә күпме фекер алышып, бихисап эштең осона сыға алманыҡ бит: СССР ҡыйратылды, колхоз-совхоз бөтөрөлдө... Ҡыҫҡаһы, үрҙә әйтелгән һүҙбәйләнештә тарҡалыу хаҡында һүҙ бармай, ә тарығыу төшөнсәһе бирелә. “Кәңәшле эштән тарыҡмайҙар” тигәнде аңлатырға теләйбеҙ, ләкин әлеге лә баяғы уйлап еткермәүебеҙ эшкә аяҡ сала.
Йыр-бейеүҙе, уларҙы башҡарғандарҙы яратам. Ә гәзит-журналды уҡыһаң, “Ильяс”ты йырлағанда бәғзеләр “моңдарын алыҫ ебәрә”, “Һылыу ҡыҙҙар”ҙа беләгенә “буш күнәк” элә... Моң алыҫ китә аламы һуң? Ул йә бар ҙа, йә юҡ. “Ильяс”та бит һүҙ уйҙы алыҫ ебәреү тураһында бара. Һылыу ҡыҙҙарыбыҙ иһә еләккә буш түгел, ә баш күнәк менән барған – берәү ҙә яланға тулы һауыт тотоп йүнәлмәҫ.
“Йыуаса” йырының ҡайһы бер һүҙҙәре күңелгә тынғылыҡ бирмәй. Мәҫәлән, “Тоҡтоң ауыҙын асайыҡ, йыуасаһын сәсәйек” тип таҡмаҡлайҙар. Беренсенән, тоҡтоң ауыҙын асмайҙар, ә сисәләр; икенсенән, ашамлыҡты ергә сәсеп ебәреү беҙҙең халыҡтың холоҡ-фиғеленә һис тә тап килмәй; өсөнсөнән, әүәле был ризыҡты тоҡсайға һала торғайнылар. Ошо уҡ йырҙа йыуасаның баллы, әммә шәкәрҙән дә татлы булыуы данлана. Хәтерем яңылышмаһа, ҡамырға шәкәр ҡушыу ғәҙәте башҡортҡа бик һуң килеп ингән. Өҫтәүенә донъяға яратылғандан бирле солоҡсолоҡ менән көн күргән халыҡ шәкәрҙе балдан өҫтөн ҡуйып йырламаҫ бит инде!
Ысынлап та, тел ярлылығы иҫ китмәле беҙҙә. Ҡайһы гәзиттән алынғанын күрһәтмәйенсә, бер нисә миҫал килтерәйек. “Фатима төҫкә әллә ни ҡыйыу ҙа күренмәй. Йөҙө ҡуңыр төҫтә була”; “Улар сыуаш милли баш кейемдәрен мәктәптәге түңәрәктә яһай торғайны. Хәҙер фольклор ансамблдәре генә түгел, туйҙарға ла тотош ауыл халҡы шуларҙы тағып, кейеп сыға”; “Бирәсәктәрен хәтер һандығынан бөтөнләй һыҙып ташлағандар”.
Ҡыҙыҡмы? Көлмәй ни эшләрһең: ҡуңыр төҫ ҡыйыу түгел икән, сыуаш кәләкүшен тотош ауыл туйға тағып сыҡҡан, бурыстарын һандыҡ эсенән ҡәләм менән һыҙып ташлағандар...
Тағы ла бер яҙмаға туҡталып уҙайым. “Һуңғы йылдарҙа, белеүебеҙсә, мәктәптәрҙә белем биреү беренсе планға ҡуйыла башланы”, – тип яҙған бер ҡәләм оҫтаһы. Ай-һай-һай! Бик шәп бит: бығаса мәктәптә белем биреү менән шөғөлләнмәгәс, хәҙер килеп, уны беренсе планға ҡуя башлағас, эшебеҙ алға китәсәк тәһә!..
Борон колонизаторҙарға ҡаршы ҡорал күтәргән башҡорттарҙың телен ҡырҡҡандар. Быны белеп эшләгәндәр, сөнки ҡылыстан үткер, уҡтан төҙ булған телебеҙ!
Хәҙер иһә ундай язаның кәрәге юҡ: был эште үҙебеҙ башҡарабыҙ. Ата-бабабыҙ ни өсөн көрәшкән, ҡан ҡойған һуң? Юғары уҡыу йорто дипломын алған бүлә-бүләсәләре шыр наҙан булһын типме?
Кеше белемде әсә теле аша үҙе ала. Шуға күрә эште сабыйҙарҙан, яңы ғаилә ҡорған һылыуҙарыбыҙҙан башларға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта баланың телде башҡорт теле дәресендә түгел, ә география, физика, математика, астрономия, биология фәндәрен уҙғанда нығыраҡ өйрәнеүен онотмайыҡ.
#АҫылғужаБаһуманов #АсылгужаБагуманов
"Башҡортостан" гәзите.
Читайте нас в