+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Октябрь 2020, 12:45

ҺУҢЛАП КИЛГӘН МАЛАЙ. Хикәйә. Беренсе бүлек.

Рафиҡ Ҡорбан улы үҙенең ғүмер байрамынан ҡәнәғәт. Бөгөн уның юбилейы. Ғүмеркәйҙәрҙең үтеүе иҫкән ел һымаҡ. Алтмыш та тулған икән. Саҡырылған ҡунаҡтары, барыһы ла, тип әйтерлек, килеп еткән, урыҡ-һурыҡ эйәһеҙ ултырған биш-алты ултырғысты иҫәпкә алмағанда. Иғтибар – түргә. Башлыҡ үҙе килә алманы, ниндәйҙер мәшәҡәте сыҡҡан. Уның ҡарауы, беренсе урынбаҫарын ебәргән. Уныһы – дәртле, йәш егет, ҡотлап-ҡотлап грамотаһын тапшырҙы, бүләген индереп тотторҙо. Тамадалары, ирле-ҡатынлы Зөбәйеровтар, инде Рафиҡ Ҡорбан улы етәкләгән ойошманың вәкилдәренә һүҙ биргәйне, ҙур ишек асылып китте, тыҡылдата баҫып, 5-6 йәштәрҙәге бер малай килеп инде һәм уға эйәреп, бер ҡатын күренде. Уларҙы күреү менән, юбилярҙың ҡатыны Гөлйыһан ханым тартышып ҡуйҙы һәм ул ирендәрен асмай ғына: “Һин саҡырҙыңмы?” – тип бышылданы. “Һуңынан, ҡәҙерлем, аҙаҡтан барыһын да асыҡларбыҙ”, – тине Рафиҡ, ҡатынының арҡаһынан тупылдатып, тынысландырып ҡуйҙы.

-1- -2-
ҺУҢЛАП КИЛГӘН МАЛАЙ.
Хикәйә.
Беренсе бүлек.
Рафиҡ Ҡорбан улы үҙенең ғүмер байрамынан ҡәнәғәт. Бөгөн уның юбилейы. Ғүмеркәйҙәрҙең үтеүе иҫкән ел һымаҡ. Алтмыш та тулған икән. Саҡырылған ҡунаҡтары, барыһы ла, тип әйтерлек, килеп еткән, урыҡ-һурыҡ эйәһеҙ ултырған биш-алты ултырғысты иҫәпкә алмағанда. Иғтибар – түргә. Башлыҡ үҙе килә алманы, ниндәйҙер мәшәҡәте сыҡҡан. Уның ҡарауы, беренсе урынбаҫарын ебәргән. Уныһы – дәртле, йәш егет, ҡотлап-ҡотлап грамотаһын тапшырҙы, бүләген индереп тотторҙо. Тамадалары, ирле-ҡатынлы Зөбәйеровтар, инде Рафиҡ Ҡорбан улы етәкләгән ойошманың вәкилдәренә һүҙ биргәйне, ҙур ишек асылып китте, тыҡылдата баҫып, 5-6 йәштәрҙәге бер малай килеп инде һәм уға эйәреп, бер ҡатын күренде. Уларҙы күреү менән, юбилярҙың ҡатыны Гөлйыһан ханым тартышып ҡуйҙы һәм ул ирендәрен асмай ғына: “Һин саҡырҙыңмы?” – тип бышылданы. “Һуңынан, ҡәҙерлем, аҙаҡтан барыһын да асыҡларбыҙ”, – тине Рафиҡ, ҡатынының арҡаһынан тупылдатып, тынысландырып ҡуйҙы.
Тантаналы юбилейға эләгеү бәхетенә ирешкән йөҙләп кешенең иғтибарын район һәм ҡала кимәлендәге олпат-олпат ҡунаҡтар түгел, әле мәктәпкә лә йөрөмәгән малай биләп алды. Хатта ара-тирә ашанған ваҡытта ҡалаҡ-сәнскеләрҙән осҡон сыҡҡан һымаҡ тойолдо. Ә малай бик яғымлы. Бик үткер күҙлеләр эстән генә сабыйҙың йөҙөндә таныш һыҙаттар сырамытты һәм эргәләренә ишетелер-ишетелмәҫ кенә итеп: “Малайы бит. Ҡара, үҙе килгән. Рафиҡ маладис”, тигән ауаздар, тулҡын һымаҡ, өҫтәл буйлап таралды һәм әле бер башҡа, әле теге башҡа барып, ҡаҡлығып, кире килде. Быны ни һуҡыр күрәҙә лә күрә, тоҙһоҙҙо күҙһеҙ ҙә белә, тигән һымаҡ, ике тамсы һыу һымаҡ, Рафиҡтың үҙенә оҡшаған инде. Шул уҡ бөҙрә сәс, ҡуйы ҡара ҡаштар. Кешегә ҡарағанда атаһы һымаҡ ҡаштарын һикертеп ҡуйыуын әйт әле!
Халыҡ ҡыҙа бара, малай һәм уның әсәһе икенсе һыҙыҡҡа күсте, иғтибарҙы башҡалар яуланы. Килмәй икән, булмай икән, тигән башлыҡ та төҫмөрләнде, табын уртаһында пәйҙә булды. Әмәлгә ҡалғандай, уның урыны, баяғы, ҡатын менән уның малайы эргәһенә тура килеүен әйт әле. Башлыҡ тигәс, юбилейҙың ялға тура килеүе әле ғаиләһен бында күсереп тә өлгөрмәгән хужаны уңайһыҙыраҡ хәлгә ҡуйғайны. Ә инде яңы башлыҡтың эргәһендәге ханымды һәм уның улын өҫтәл артында мул ғына һыйларға ынтылыуын күреп, күпселек уның ҡатыны һәм улы икән, тип иғлан итеп өлгөрҙө. Аһ, ниндәй ҡыҙыҡлы интрига юҡҡа сыҡты! Уларҙың бик татыу һөйләшеп ултырыуҙарын күргәс, Рафиҡ Ҡорбан улы ла ҡәнәғәтләнеүен йәшермәне. Ҡатынына, бар, иренән һораш, тип төрттөрөп алырға ла онотманы. Ә инде тәүге тәнәфес ваҡытында башлыҡ менән теге ҡатындың бергәрәк тороуы, малайҙы ҡулдан ысҡындырмауҙары ҡунаҡтар араһында яңы ғына барлыҡа килгән шик-шөбһәне тамам таратты. Етмәһә, ҡатын менән башлыҡ вальс әйләнеп, үҙҙәренең был йәһәттән бик оҫта икәнлектәрен һәм пар килеүҙәренн раҫлап та ҡуйҙылар. Ҡунаҡ-төшөм үҙ яйы менән дауам итә, икенсе тәнәфес башланғас, һүҙҙе башлыҡтың үҙенә бирҙеләр. Ҡотлауы ла бик урынлы ғына ишетелде. Башлыҡ тағы бер ғәфү үтенде, телефонын бер генә тыңланы ла, сығып та юғалды. Бына ғәжәп, һуң, малай менән ҡатын ултырып ҡалды бит? Кешеләр малайҙы ентекләп ҡарай, уның йөҙөндә бөгөнгө байрам хужаһының ҡабатланмаҫ һыҙаттарын эҙләй һәм, әлбиттә, таба. Ошо урында һәр береһе бер-береһенә һыйынышып ултырған тыйнаҡлы һәм ипле дүрт ҡыҙға ҡарай. Ни хәл итәһең, эйе, ҡыҙҙары дүртәү, ә малайҙары берәү ҙә юҡ. Ҡыҙҙары ла ҡабаланмай. Бына, иң өлкәндәре “ултырып” та бара, шикелле. Күптән институт тамамланы, эшләп йөрөй, үҙен маҡтайҙар. Икенсеһе табип һөнәре алып ҡайтасаҡ. Өсөнсөһө уҡытыусылыҡҡа белем ала. Ә дүртенсеһе мәктәпте киләһе йылғамы, әллә унан киләһе йылғамы, тамамлай, шикелле.
Бая ғына бигерәк матур, бынау кем малайы ул, тип һорағандарға, башлыҡтыҡы, тигәйнеләр. Күп тә үтмәне, малайҙы Рафиҡ Ҡорбан улына һөйкәп тә ҡуйҙылар. Кешеләр шаулаша, гөрләшә, бөтәһе лә һөйләй, ләкин бер-береһен ишетмәгән ваҡыт етте. Башлыҡ яңынан күренде һәм үҙенең өйрәнгән урынына сумды. Ә үҙе шәп йырлай икән. “Ҡышҡы романс”тан башлағайны, бик алҡышлағас, “Өфө йүкәләре” менән тамамлап ҡуйҙы. Ҡатыны менән тағы бер вальс әйләнделәр. Малайҙары ултырғыста күндәм генә ултырҙы. Ә малайҙың ҡаршыһында ултырған ике өлкән генә ханым, Ғатауллиндарҙың ғаилә дуҫы, шау-шыуҙан файҙаланып, өҫтәлмә мәғлүмәттәргә эйә булыу маҡсатында, малайҙы һөйләндереп ҡараны. Исеме Рәүеф икән. Ҡайһылай аҡыллы малай, үҙенә нисә йәш икәнлеген дә белә. Биш йәшлектәр шулай булырға тейеш инде. Әсәһенең исеме Вәлимә икән. Сираттағы һорау бик күп мәғлүмәт бирергә тейеш ине, өлгөрмәнеләр. Малайҙың әсәһе килеп, улына һыу эсереп китте һәм апайҙарҙан уға күҙ-ҡолаҡ булыуҙарын һораны. Ә инде күҙ-ҡолаҡ булыуға килгәндә, апайҙар был эшкә ихлас тотондо һәм ошо бәләкәй генә үтенес хатта бәләкәй “партизандан” һорау алыуға әйләнде. Фамилияң нисек? Тигән һорауға, малай, ике лә уйлап тормай, шартлатып: “Ғатауллин!” – тине һәм яҡын-тирәләгеләр ашауҙарын ғына түгел, ни өсөн килгәндәрен онотоп, малайға боролоп ҡаранылар. Ә кермәле-сыҡмалы йөрөгән башлыҡтың фамилияһы бөтөнләй икенсе бит? Бәй, улайға китһә, был сабый юбилярҙың улы була түгелме һуң? Ирҙәр эстән генә иҫәпләй башланы. Тәк, бөгөн уға алтмыш йәш, малайға биш-алты йәш, ну, илле дүрт йәштәр булған. Маладис ҡартлас, маладис! Даһи әйтмешләй, бер нимә лә эшләп булмай, көнләшергә генә ҡала.
Өҫтәлдең теге башында, юбилярҙың тыуған-тыумасаһы һыйланған мөйөштә, аҙмы-күпме ҡолаҡҡа ятышлы хәбәр төйнәлеп ҡуйҙы. Ғатауллин икән, нимә булған? Юбиляр уҡыған ваҡытында, бынан дүрт тиҫтә йылдар самаһы элек була инде, бер тапҡыр өйләнгән. Унда уның бер малайы ҡалған, ләкин тәүге никах уңышһыҙ тамамланған. Был хәбәр бөтәһенә лә оҡшаны, хатта ниндәйҙер ҡәнәғәтләндерелмәгән ризаһыҙлыҡ тойғоһон барлыҡҡа килтерҙе. Йәш саҡта кем үпмәгән дә, кем ҡосмаған, хәҙер кеше ана иртән өйләнешә, кис айырылыша, ә өлкәндәр шул тиклем ҡартайҙы, ҡайһы ваҡыт күршеһенекен түгел, үҙенең ҡатынының исемен онотоп ҡуялар. Мәжлес дауам итә. Малайҙың әсәһе ул арала буйтым ҡыҙып алды. Хатта район менән етәкселек итеү буйынса башлыҡҡа ниндәйҙер кәңәштәр биреүе лә ишетелә башланы. Бына улар барыһының күҙ алдында телефондары менән алыштылар һәм берәү ҙә тәҡдим итмәһә лә, рюмкаларын кәгеп ҡуйҙылар.
Туғандарҙың ҡотлауы байтаҡ мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә тейеш ине һымаҡ. Өҫтәүенә, араларына әллә башлыҡтың ҡатыны, әллә танышы, әллә кәңәшсеһе, әллә Рафиҡ Ҡорбан улының килене килеп ҡыҫылды һәм башҡаларҙан ҡыйыу асылған иҙеүҙәре, туҙған сәстәре, ҡыҫҡа ғына итәге менән айырылып тора ине. Иң айныҡтар ҡатындың ҡыйыу хәрәкәттәренә ҡарап, уның нимә хаҡында һүҙ һөйләрен дә самалап өлгөрҙө.
Мәжлесте алып барыусылар йырлашып алғандан һуң берәм-берәм юбилярҙың яҡындарына, алдан төҙөлгән исемлеккә ярашлы, микрофон тотторорға тейештәр ине. Ләкин Ғатауллиндарҙың килене булыуыға дәғүә итеүсе тамада эргәһенән үтеп барғанда микрофонды һорап түгел, йолҡоп алды. Ул түшенән бер ҡағыҙ ярпыһы килтереп сығарҙы ла, яңғыратып уҡырға ауыҙын ғына асҡайны, нимәлер һиҙеп ҡалған тамада запас микрофон аша тәнәфес иғлан итеп өлгөрҙө.
Аҙағы бар.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: