Дауалаусы табип уның ауырыу тарихы картаһына "ауырлы" тигән яҙма төшөрә һәм гинекологҡа күренергә тәҡдим итә.
Быны уҡыған пациент ВК-лағы сәхифәһендә был хәлде һөйләй, бик аптырашта ҡалыуын белдерә һәм Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының иғтибар итеүен һорай.
Дауаханала был ваҡиға эҙенән тикшереү ойошторола. Яҙманың Салауатты дауалаусы табиптың хатаһы арҡаһында барлыҡҡа килеүе асыҡлана.
"Башинформ" агентлығы хәбәрсеһе, Салауат менән элемтәгә инеп, хәл-әхүәлен һораша. Салауат әлеге табиптың үҙенән һаман ғәфү үтенмәгәнен һөйләй. Бүлексә мөдире, Салауат әйткәнсә, алсаҡ, мөләйем ханым, ғәфү үтенеүен-үтенгән былай.
Салауат дауаханала күрһәтелгән ярҙамдан ҡәнәғәт, хәле һәйбәт.