Быйыл республика баҫыуҙарынан 4 миллион тоннанан ашыу иген йыйып алынған. Һуңғы ун йылда иң ҙур уңыш 2017 йылға ҡарай: быйылғынан саҡ ҡына күберәк иген йыйылған; ә былтыр быйылғынан сирек күләмгә әҙерәк булған.
Был уңыш - ауыл уңғандарының оло ҡаҙанышы. Дәүләт тә ҙур ярҙам күрһәткән, ашлама, орлоҡ алыуға субсидиялар биргән. Радий Хәбиров был ярҙам һөҙөмтәһендә гектар ҡеүәтенең 3 центнерға артыуын билдәләй. Йәнә быйыл 29 мең гектар ташландыҡ һөрөнтө ерҙең сәсеү әйләнешенә индерелеүе лә йоғонто яһауын телгә ала.
Киләсәккә республика Башлығы иген культуралары уңышын 5 миллион тоннаға еткереү маҡсатын ҡуя. "Беҙҙең халыҡ уңған, эшләй белә һәм эшләргә ярата", - тип яҙа ул, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтеп һәм яңы маҡсатҡа өлгәшеү мөмкинлеген баһалап.