+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Октябрь 2020, 12:33

ШӘКӘР СӨГӨЛДӨРӨ УҢЫШЫ ЛА ШӘП БЫЙЫЛ

Шәкәр сөгөлдөрө лә быйыл бик уңған. Әлеге мәлгә баҫыуҙарҙан үҫтерелгәндең 98 проценты йыйып алынған.

Шәкәр сөгөлдөрөнөң тулайым уңышы 1 миллион 128 мең тоннаға еткән. Гектарынан уртаса 399 центнер тамыраҙыҡ алынған. Иң күп уңышты Шишмә, Благовар, Бүздәк аграрийҙары үҫтергән.
Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү менән Башҡортостандың 17 районы шөғөлләнә, шуның 10-ында татлы тамыр уңышын йыйыу тамамланған.
Читайте нас: