-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Октябрь 2020, 23:36

ВӘҒӘҘӘ ИТЕҮ МЕНӘН ЭШ БАШЛАНДЫ

Стәрлетамаҡта йоғошло ауырыуҙар үҙәге төҙөлөшө бик етеҙ башланып китте. Әле унда 123 кеше, 47 берәмек техника эшләй.

Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров төҙөүселәрҙең дә, техниканың да һаны тағы ла артасағын белдерҙе - декабрь башына үҙәкте тапшырыу планлаштырған бит.
Әлегә яңы төҙөлөштө беҙ йоғошло ауырыуҙар үҙәге тип йөрөтһәк тә, Хөкүмәт етәксеһе объекттың күпкә киңерәк тәғәйенләнешле булырын билдәләне. Донъя кимәлендәге суперзаманса медицина үҙәге булмаҡсы ул. Зубово үҙәгенән айырмалы, бында ҡабул итеү, бала табыу, балалар һәм операция бүлексәләре лә ҡаралған.
Әлеге мәлгә ете корпустың да бетон фундаменты ҡойолған, килеү-китеү юлдары һалынған, ваҡытлыса электр үткәрелгән, канализация һуҙыла башланған. Аҙна аҙағына беренсе һәм икенсе корпустарҙың металл каркасы йыйып ҡуйыласаҡ.
"Ҡатмарлыҡтар бар, беҙ уларҙы юл ыңғайы хәл итә барабыҙ, - тип яҙған Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә. - Идара итеү структураһы көйләнгән, ул сәғәт кеүек эшләй".
Читайте нас в