+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Октябрь 2020, 22:14

ЭШ БАРМАҺА, ЯҘЫРҒА ҺЫЛТАУ ТАБЫЛМАҪ ИНЕ

Милли проекттар илдең өҫтөнлөклө үҫеш йүнәлештәрен билдәләгәнен беләбеҙ. Башҡортостанда уларҙың нисегерәк тормошҡа ашырылғанын нисек самаларға? Үҙенә ошо һорауҙы биреүселәргә Рәсәй субъекттарында милли проекттарҙы яҡтыртыу рейтингына күҙ һалырға кәрәк.

Рейтинг ай һайын төҙөлә һәм “Милли өҫтөнлөктәр” коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһы сайтына эленә. Әле сентябрь айының йомғаҡтары билдәле булды. Дөйөм исемлектә Башҡортостан өсөнсө урында тора. Элгәрге айҙа ла өсөнсө булғайны. Рәсәйҙең бөтә субъекттары араһында был бик һәйбәт күрһәткес тип баһаларға кәрәк – эш бармаһа, яҙырға һылтау табылмаҫ ине. Беренселекте Пермь крайы, икенсе урынды Һамар өлкәһе, дүртенсене Владимир өлкәһе, бишенсе урынды Краснодар крайы биләй.
Айырым-айырым ҡарағанда, Башҡортостан “Мәғариф”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ” милли проекттарын яҡтыртыуҙа – өсөнсө, “Мәҙәниәт”, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” буйынса – дүртенсе, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт”та икенсе урынды алған.
Читайте нас в