+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Октябрь 2020, 22:18

ТИҘ ҘӘ, ТӘМЛЕ ЛӘ. "Картуф" пирожныйы

“Картуф”ты бик анһат итеп эшләү ысулын ҡарайыҡ. Белгәндәр, әлбиттә, беләм инде, тиер, онота төшкәндәр иҫенә төшөрөр, белмәгәндәр, вәт белдем, тиер.

Алабыҙ:
500 г печенье,
5 аш ҡалағы какао онтағы (өймәй генә),
100 г аҡ май,
240-270 г ҡуйыртылған һөт.
Печеньены ваҡлайбыҙ (блендер, ит турағыс менән йә уҡлау тәгәрәтеп). Какао онтағы ҡушып, яҡшылап бутайбыҙ. Өҫтөнә иретелгән аҡ май ҡоябыҙ ҙа тағы болғатабыҙ. Шунан ҡуйыртылған һөттө һалып, ҡамыр кеүек итеп баҫабыҙ. Һығылмалы масса хасил була.
Уны самалап киҫәктәргә бүлеп, оҙонса йә йомро “картуф”тар әүәләйбеҙ. Өҫтәрен биҙәргә була. Тәрилкәгә теҙеп һалып, өҫтөнә әҙ генә какао онтағы һибеп, ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ултыртып алабыҙ. Тиҙ кәрәкһә, тура табынға ҡуйырға мөмкин.
Читайте нас: