+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Октябрь 2020, 22:17

“ҺЫЛЫУҠАЙ”ҘА ҠАТНАШАСАҠ ҠУРҒАН ҺЫЛЫУЫ АСЫҠЛАНДЫ

Ҡурған өлкәһендә “Һылыуҡай-2020” Бөтә Рәсәй башҡорт һылыуҙары конкурсының төбәк этабын ойошторғандар. Был өлкәлә йәшәгән башҡорт ҡыҙҙарының иң һылыуын билдәләү ярышы Сафакүлдә үткәрелгән.

Гран-приҙы, йәғни “Һылыуҡай”ҙа ҡатнашыу хоҡуғын, Сафакүл ауылынан Регина Яҡупова яулаған. Беренсе урында – Диана Ишкилдина (Субботино ауылы), икенсе – Юлиә Камалова, өсөнсө – Юлиә Кинйәбулатова (икеһе лә Сафакүл ҡыҙы).
“Һылыуҡай-2020” финалы 3 декабрҙә Өфөлә “Башҡортостан” концерт залында үтәсәк. Еңеүсегә бүләккә автомобиль әҙерләп ҡуйғандар.
Читайте нас: