-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Октябрь 2020, 17:27

ҠОМАРТҠЫЛАРҘЫ ЦИФРЛАЙҘАР

Баймаҡ районында археологтарҙың яратҡан урыны бар. "Ирәндек" тарихи-археологик, ландшафт музей-ҡурсаулығы ул. Ни өсөн археология белгестәр был урынды айырыуса ярата?

25 мең гектар майҙанды алып торған ҡурсаулыҡта 400-ҙән ашыу археология ҡомартҡыһы бар. Иң ҙур хикмәте шунда: улар таш быуатынан башлап этнографик дәүергә тиклем бөтә осорҙарҙы тиерлек солғай. Һәр дәүерҙең ҡомартҡылары бар бында. Етмәһә, бөтә яҡтан тауҙар менән уратып алынған ҡаҙан һымағыраҡ ерҙә улар теүәл һаҡланған, был тирәлә замана кешеһе лә эштәр ҡыйратып, ерҙе, мираҫты боҙоп йөрөмәгән.
"Башинформ" агентлығы белдереүенсә, әле һауанан фотоға төшөрөп, төрлө техник ысулдар менән мәғлүмәт туплап, һәр объекттың "досьеһын" туплау бара. Эштәрҙе Башҡортостан Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәгенең археологик мираҫ бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән Цифрлы археология лабораторияһы белгестәре тормошҡа ашыра.
Фотоға пилотһыҙ осҡос аппараттар төшөрә. Һәр объект буйынса ортофотоплан, урын-ерҙең планы, 3Д моделе, үлсәмдәре һ.б. мәғлүмәттәр туплана.
Проект 2021 йылда ла дауам иттереләсәк.
Әйткәндәй, археология ҡомартҡылары һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә 7-8-се, Волга буйы федераль округында 1-се урынды биләй.
Читайте нас: