+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Октябрь 2020, 18:24

ТИҘ ҘӘ, ТӘМЛЕ ЛӘ Пекин кәбеҫтәле турама

Пекин кәбеҫтәһе турамаға бик шәп йәшелсә булып сыҡты. Тураманың ниндәйе генә юҡ! Бына ябайҙарҙан-ябай бер рецепт.

Кәрәк:
400-500 г пекин кәбеҫтәһе
1 банка йәшел борсаҡ.
Соусҡа:
50 мл һөт (2,5 процентлы)
100 мл үҫемлек майы
1/3 балғалаҡ тоҙ
2 балғалаҡ лимон һуты
1 теш һарымһаҡ
ярты балғалаҡ француз гәрсисе.
Пекин кәбеҫтәһен оҙонса итеп һаламлап турайбыҙ, һауытҡа һалып, өҫтөнә борсаҡты ауҙарабыҙ.
Соусты былай эшләйбеҙ: бүлмә йылылығындағы һөттө үҫемлек майы ҡушып батырғыс блендер менән ҡуйырғансы туғыйбыҙ (сама менән 15-20 секунд). Шунан һарымһаҡ, тоҙ, лимон һуты, гәрсис ҡушып, тағы туғып алабыҙ. Соус тағы ла ҡуйыра төшә.
Кәбеҫтә менән борсаҡҡа соусты һалып болғатһаҡ, турама әҙер.
Тағы ла нығыраҡ еңелләштереү юлы бар: соус урынына майонез һалырға була.
Читайте нас: