-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Октябрь 2020, 17:53

ҺЫУҘАРҒА ҺЫУҺАП ЙӨРӨЙӨМ, ҮҘЕМ ҺЫУ БУЙҘАРЫНДА

Ишембайҙар был йырҙы онота башлар микән инде? Онотторорға тырышыусылар бар бит.

Ишембайҙа йылғалар, шишмәләр күп, тик күп ауылдарҙың халҡы эсәр һыуһыҙ интегә. Интегә ине тиергә лә мөмкин хәҙер, сөнки һыу торбаларын яңыртыу, яңыларын һалыу буйынса байтаҡ эштәр эшләнде, ҡайһылары эш өҫтөндә, уларҙы киләһе йылда ла дауам итеү күҙаллана.
Кинйәбулат ауылында 27 километр оҙонлоғондағы һыу үткәргес селтәре һалынды. Һыу һурҙырыу башнялары ултыртылды, бактерияларҙан таҙартҡыс ҡорамал ҡуйылды. Һыу 60 метрлы артезиан ҡоҙоғонан алына һәм 300-ләп өйгә тарала.
Байғужа ауылында 1 километр иҫке торбалар алмаштырылып, һыу йыйыу өсөн өҫтәмә һауыт урынлаштырыла. Ул халыҡты һыу тәьминәтендәге өҙөклөктәрҙән ҡотолдорор.
Һайран ауылында иһә үткән йәй башында уҡ һыу селтәре үткәрелде. Юрматы ҡасабаһында ла һыу йорттарға инде.
Читайте нас: