-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Октябрь 2020, 17:59

БАЛАҺЫНАН БАШ ТАРТҠАН

Балаһынан баш тартҡан ҡатындарҙы (уларҙы әсәй тип атарға тел әйләнмәй) киләсәктә нимә көтә? Бәхетле була аламы икән улар? Ғүмер буйы ташландыҡ балаһы күҙ алдына килеп ғазапламаймы был ҡатындарҙы?

Быйыл 9 ай эсендә Өфөлә 23 ҡатын яңы тыуған сабыйынан баш тартырға теләгән. Ҡаланың Опека һәм бағыусылыҡ идаралығының балалаларҙы үҙ ғаиләһендә һаҡлап ҡалдырыу буйынса алып барған эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә ошо 23 ҡатындың 14-е сабыйын ташлау теләгенән ваз кискән. Ә 9 бәпестең әсәһе ҡаты бәғерлелек күрһәткән, улар Бала йортона урынлаштырылған.
Былтыр ошо уҡ осорҙа балаһын ҡалдырырға йыйынған 28 ҡатындың 18-е аҡылына килгән һәм сабыйын өйөнә алып ҡайтып киткән.
Өфөлә 2014 йылдан бирле яңы тыуған балаларҙан баш тартыуҙы иҫкәртеү хеҙмәте эшләй. Кемдеңдер аяныслы аҙымға барырға йыйыныуы тураһында хәбәр алыныу менән был ойошманан белгес юлға сыға. Сәбәптәрҙе асыҡлай, шарттарҙы өйрәнә, һөйләшеүҙәр алып бара, мөмкинлектәрҙе барлай. Әсә балаһын алырға күнгәс, үҙе теләһә, тағы өс ай, хатта ике йыл һуҙымында бүлек күҙәтеүе аҫтында һәм уның ярҙамын алып тора ала.
Читайте нас: