-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2020, 14:04

ЕЙӘНДӘРГӘ ҠЫТЛЫҠ АРТА

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу медиа-офисы социологтары белдереүенсә, 1926 йылда 100 олатай-өләсәйгә 542 ейән тура килгән, ә 2019 йылда – 81. Ете тапҡырға кәм!

Башстат 2020 йылда беҙҙең республикала 100 өләсәйгә 97 ейән тура килгәнен иҫәпләп сығарған.
Бының төп сәбәбе – тыуым кәмеүе, әлбиттә. Былтыр түлле йәштәге 1 ҡатын-ҡыҙға яңы тыуған 1,5 сабый тура килгән, ә 1990 йылда был күрһәткес 2,2 булған.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бала табырға ашыҡмауы, әсәй булыуҙы кисектерергә тырышыуы ла тыуыр балаларҙың һанында кире сағылыш таба.
Ҡатын-ҡыҙҙың баш балаһын тапҡындағы уртаса йәше әле – 26, утыҙ йыл элек 23 йәш булған.
1990 йылда өләсәй тигән шартлы төшөнсәгә ҡатын-ҡыҙҙарҙы 46 йәштән индереп булһа, хәҙер 52 йәштән генә өләсәй була алалар. Ҡатын-ҡыҙ баланы ни тиклем һуң тапһа, өләсәй була алыу йәше лә кисегә.
2020 йыл башына Башҡортостанда 52 йәштән өлкән, әммә һаман ейәнһеҙ 786 мең ҡатын-ҡыҙ бар ине, тип яҙа “Башинформ” агентлығы.
Читайте нас: