-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2020, 14:22

ТЕГЕ ВИРУС ТУРАҺЫНДА

*Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфө мэры Өлфәт Мостафиндың хәле шаҡтай ауыр булыуын хәбәр итте.

Өфө хакимиәте башлығы пневмония менән ята ине, хәҙер ковид-19 ҙа раҫланған. “Ул ныҡ ҡына ауырый, үпкә зарарланыуы юғары процентлы, – тигән Радий Хәбиров. – Ул дауалана, беҙ уның һауығып эшкә сыҡҡанын көтәбеҙ”.
*Башҡортостан премьеры-министры Андрей Назаров Стәрлетамаҡта төҙөлөүсе ковид-госпиталдең донъяла иң яҡшыларҙың береһе буласағын белдерҙе. Уны 1 декабрҙә файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Рәсәйҙең ете төбәгенән төҙөлөш тәжрибәһен уртаҡлашырға килгәндәр.
*Рәсәй Һаулыҡ-һаҡлау министрлығы үҙенең сайтында яңы коронавирус инфекцияһы эләктергәндә дауаланыу өсөн кәрәкле препараттар исемлеген баҫып сығарҙы.
Унда әйтелеүенсә, коронавирусты иҫкәртеү өсөн умифеновир, рекомбинант интерферон альфа (ИФН-α) ҡулланырға мөмкин, сирле менән контакт була ҡалһа, гидроксихлорохин тәҡдим ителә.
COVID-19 диагнозы ҡуйылғандарға фавипиравир, гидроксихлорохин, азитромицин (гидроксихлорохин менән бергә), интерферон-альфа препараттары, ремдесивир, умифеновир ярҙам итер, тип кәңәш итә министрлыҡ.
Рекомбинант ИФН-α һиптергесе һәм тамсылары сәләмәт кешеләрҙе, хроник сирлеләрҙе COVID-19 эләктереүҙән ҡурсалар. Профилактика өсөн шулай уҡ өс аҙна дауамында аҙнаһына ике тапҡыр умифеновир 200 мг ҡабул итергә була, тиелә.
*Яҡташыбыҙ билдәле йырсы Земфира ла ковид менән ауырый икән. Ул өйҙә дауалана.
*Дарыуханаларҙа дарыуҙарға ҡытлыҡ башланғайны. Был Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә шулай. Төп сәбәбе – 2020 йылдың 1 июленән башлап бөтә дарыуҙарҙы маркировкалау талап ителеүе. 1 октябргә тиклем ҡайһы бер дарыуҙарҙы маркировкаһыҙ һатыу рөхсәт ителһә, 1 октябрҙә был сараға тулыһынса күселде. Әҙерлек һәм һынау 2017 йылдан уҡ барһа ла, системаның әҙерлеге етерлек булмай сыҡҡан. Селтәр аша маркировка үткәреүсе программа көсөргәнеште күтәрә алмаған.
Дарыуханаларҙа дарыу алыу ауырлашҡас, 27 октябрҙә республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы дарыуҙарҙы маркировкалауҙы ваҡытлыса туҡтатты. Хәҙер дарыуханаларҙа маркировкалауға бәйле тотҡарлыҡ юҡ.
Читайте нас: