-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Октябрь 2020, 21:54

БӘХИЛ БУЛЫҒЫҘ, ӨЛФӘТ МАНСУР УЛЫ...

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мансур улы Мостафин вафат булды. Ул былтыр ғына эшкә дәртләнеп тотонғайны, Өфө ҡалаһын матурлау йәһәтенән уй-ниәттәре күп ине. Башлыҡ пландарының күбеһен тормошҡа ашырып өлгөрҙө. Беҙ Өлфәт Мансур улын юҡһынасаҡбыҙ әле. Сөнки үткән ике йәйҙә башлыҡ тиҫтәләрсә йылдар буйы эшләнмәгән ремонт эштәрен атҡарҙы. Юл ремонтлау сәбәпле, тығындар барлыҡҡа килһә, беҙ уға үпкәләй торғайныҡ. Хәҙер меңдәрсә водитель тип-тигеҙ юлдар аша үткән саҡта башлыҡҡа рәхмәт уҡый. Өлфәт Мостафин ысын мәғәнәһендә эштә янды, тип әйтергә мөмкин. Ул үлем менән аяуһыҙ көрәште, беҙ уның һауығыуына, эшкә сығырына өмөт итә инек әле. Ҙур рәхмәт һеҙгә, Өлфәт Мансур улы! Бәхил булығыҙ. Беҙ һеҙ башлыҡ булған осорҙа тормошҡа ашырылған эштәрҙе, Мостафин эшләне, Өлфәт Мансур улы төҙөнө, тип иҫкә аласаҡбыҙ. Редакция мәрхүмдең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. ----------- Беҙҙең тарафтан ҡуйылған лайктар мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашыу сифатында ҡабул ителһен.

БӘХИЛ БУЛЫҒЫҘ, ӨЛФӘТ МАНСУР УЛЫ...
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мансур улы Мостафин вафат булды. Ул былтыр ғына эшкә дәртләнеп тотонғайны, Өфө ҡалаһын матурлау йәһәтенән уй-ниәттәре күп ине. Башлыҡ пландарының күбеһен тормошҡа ашырып өлгөрҙө.
Беҙ Өлфәт Мансур улын юҡһынасаҡбыҙ әле. Сөнки үткән ике йәйҙә башлыҡ тиҫтәләрсә йылдар буйы эшләнмәгән ремонт эштәрен атҡарҙы. Юл ремонтлау сәбәпле, тығындар барлыҡҡа килһә, беҙ уға үпкәләй торғайныҡ. Хәҙер меңдәрсә водитель тип-тигеҙ юлдар аша үткән саҡта башлыҡҡа рәхмәт уҡый. Өлфәт Мостафин ысын мәғәнәһендә эштә янды, тип әйтергә мөмкин. Ул үлем менән аяуһыҙ көрәште, беҙ уның һауығыуына, эшкә сығырына өмөт итә инек әле.
Ҙур рәхмәт һеҙгә, Өлфәт Мансур улы! Бәхил булығыҙ. Беҙ һеҙ башлыҡ булған осорҙа тормошҡа ашырылған эштәрҙе, Мостафин эшләне, Өлфәт Мансур улы төҙөнө, тип иҫкә аласаҡбыҙ.
Редакция мәрхүмдең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
-----------
Беҙҙең тарафтан ҡуйылған лайктар мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашыу сифатында ҡабул ителһен.
Фото ufacity.info сайтынан алынды.
Читайте нас: