+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Октябрь 2020, 15:18

БАШҠОРТОСТАНҒА КҮСЕНЕҮСЕЛӘР КИТЕҮСЕЛӘРҘӘН КҮБЕРӘК

Һуңғы ун йыл эсендә беренсе тапҡыр Башҡортостанға күсеп килеүселәр унан китеүселәргә ҡарағанда күберәк булды. Быны Башҡортостанстаттың ғинуарҙан авгусҡа тиклемге хәлде һүрәтләгән мәғлүмәттәре күрһәтә.

Дөйөм алғанда ошо осорҙа халыҡтың миграцион үҫеше 288 кеше тәшкил иткән. Былтырғы ғинуар-августа халыҡтың кәмеү күрһәткестәре ҙур булды – 1400-ләп кеше Башҡортостанды ташлап киткән. 2018 йылдың шул уҡ осоронда 3402 кеше киткән. Быйыл беҙҙең яҡтарға 340 кеше алыҫ сит илдәрҙән күсеп килгән. Ошо күренештәргә аналитиктар үҙ баһаһын бирҙе.
Иҡтисад фәндәре докторы Әлфиә Кузнецова фекеренсә, республиканың инвестицион ылыҡтырғыслығы үҫеүе (рейтингта 9-сы урын), тормош сифатының яҡшырыуы, социаль-иҡтисади үҫештең йылдамланыуы төбәккә кешеләрҙе йәлеп итә. Иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров та шуға оҡшаш сәбәптәрҙе атаны. Башҡортостандың, Өфөнөң ылыҡтырғыслығы арта, быға республиканың үҙен илдә генә түгел, халыҡ-ара майҙанда ла һәйбәт яҡтан күрһәтеүе ыңғай йоғонто яһай, ти ул.
Читайте нас: