+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Октябрь 2020, 10:31

ӨФӨ ЮЛДАРЫНА ТАМҒАЛАР БЫЛТЫРҒЫНАН ИКЕ ТАПҠЫРҒА ТИЕРЛЕК КҮБЕРӘК ҺАЛЫНҒАН

Быйыл юл хеҙмәттәре юлдарға тамғалар һалыуҙы апрелдә үк башланы. Юлдарҙы төҙөкләндереү миҙгеле һуңына тамғаланған майҙандарҙың дөйөм күләме 250 мең кв. метрҙан ашып китте. Был 2019 йылғынан 1,8 тапҡырға күберәк.Өфө юлсылары тамғаларҙы термопластик, буяу һәм һалҡын пластик менән һала.

ӨФӨ ЮЛДАРЫНА ТАМҒАЛАР БЫЛТЫРҒЫНАН ИКЕ ТАПҠЫРҒА ТИЕРЛЕК КҮБЕРӘК ҺАЛЫНҒАН
Быйыл юл хеҙмәттәре юлдарға тамғалар һалыуҙы апрелдә үк башланы. Юлдарҙы төҙөкләндереү миҙгеле һуңына тамғаланған майҙандарҙың дөйөм күләме 250 мең кв. метрҙан ашып китте. Был 2019 йылғынан 1,8 тапҡырға күберәк.
Өфө юлсылары тамғаларҙы термопластик, буяу һәм һалҡын пластик менән һала.
Ремонт үткән 57 юл участкаһына термопластик тамғалар һалып сығылды, ул ҡараңғыла һәйбәт күренә, оҙаҡ хеҙмәт итә. Термопластиктың гарантиялы файҙаланыу мөҙҙәте 6 айҙан 1 йылға тиклем, ә буяуҙыҡы – 3 – 6 ай.
Быйыл Өфөлә 192,6 мең кв. метрға тамғалар термопластик менән һалынған, шул иҫәптән 20,9 мең квадрат метр тәшкил иткән «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты һәм республика заказы объекттарында ла термопластик ҡулланылған. 34,1 мең квадрат метрҙа тамғалар буяу менән һалынған.
Бынан тыш 2 мең квадрат метрлыҡ юл тамғалары һалҡын пластик менән төшөрөлгән.
Баш ҡалала һалынған бөтә юл тамғалары оҙонлоғо 337 км тәшкил итә.
Читайте нас: