+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Октябрь 2020, 14:28

ТАҒЫ ҠАЙҒЫ ИШЕК ШАҠЫНЫ

Әмир Миңлеәхмәт улы Ишемғолов. Әле ҡасан ғына ул дәртләнеп, илһамланып эшләп йөрөй ине. Ул республиканың төп умартасыһы тигән рәсми булмаған исемде тулыһынса аҡланы, халҡыбыҙҙың боронғо кәсебен аяҡҡа баҫтырыу, таратыу, ҡортсолоҡто үҫтереү өсөн бөтәһен дә эшләне. Бик һәйбәт башланғыстарға нигеҙ һалды, ярҙамсыл булды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы идараһы рәйесе, Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, ғалим һәм кеше булараҡ, ғәйәт файҙалы эштәр башҡарҙы. Үкенескә ҡаршы, быларҙың барыһы ла хәҙер үткән заманда. Аяуһыҙ сир берәүҙе лә йәлләп тормай. Бер нисә көн элек кенә дәртләнеп эшләп йөрөгән кешеләр көтмәгәндә арабыҙҙан китә. Бәхил булығыҙ, Әмир Миңлеәхмәт улы. Ауыр тупрағығыҙ еңел булһын. Редакция мәрхүмдең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. ----------- Һеҙҙең тарафтан ҡуйылған лайктарҙы мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашыу сифатында ҡабул итәбеҙ.

ТАҒЫ ҠАЙҒЫ ИШЕК ШАҠЫНЫ
Әмир Миңлеәхмәт улы Ишемғолов. Әле ҡасан ғына ул дәртләнеп, илһамланып эшләп йөрөй ине. Ул республиканың төп умартасыһы тигән рәсми булмаған исемде тулыһынса аҡланы, халҡыбыҙҙың боронғо кәсебен аяҡҡа баҫтырыу, таратыу, ҡортсолоҡто үҫтереү өсөн бөтәһен дә эшләне. Бик һәйбәт башланғыстарға нигеҙ һалды, ярҙамсыл булды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы идараһы рәйесе, Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, ғалим һәм кеше булараҡ, ғәйәт файҙалы эштәр башҡарҙы.
Үкенескә ҡаршы, быларҙың барыһы ла хәҙер үткән заманда. Аяуһыҙ сир берәүҙе лә йәлләп тормай. Бер нисә көн элек кенә дәртләнеп эшләп йөрөгән кешеләр көтмәгәндә арабыҙҙан китә. Бәхил булығыҙ, Әмир Миңлеәхмәт улы. Ауыр тупрағығыҙ еңел булһын.
Редакция мәрхүмдең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
-----------
Һеҙҙең тарафтан ҡуйылған лайктарҙы мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашыу сифатында ҡабул итәбеҙ.
Фото "Башинформ" агентлы сайтынан алынды.
Читайте нас: