+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Октябрь 2020, 12:31

ВЛАДИМИР ПУТИН КОВИДТАН ӨЙҘӘ ДАУАЛАНЫУСЫЛАРҒА ДАРЫУҘАРҘЫ БУШЛАЙ БИРЕҮ ТАЛАБЫН ҠУЙҘЫ

28 октябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирустан өйҙә дауаланыусыларҙы дарыуҙар менән бушлай тәьмин итеү хаҡында белдерҙе. Ил башлығы быны РФ Министрҙар Кабинеты ағзалары кәңәшмәһендә хәбәр итте.Ҡарарҙы тормошҡа ашырыу өсөн Хөкүмәт 5 миллиард самаһы һум аҡса табырға тейеш.

ВЛАДИМИР ПУТИН КОВИДТАН ӨЙҘӘ ДАУАЛАНЫУСЫЛАРҒА ДАРЫУҘАРҘЫ БУШЛАЙ БИРЕҮ ТАЛАБЫН ҠУЙҘЫ
28 октябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирустан өйҙә дауаланыусыларҙы дарыуҙар менән бушлай тәьмин итеү хаҡында белдерҙе. Ил башлығы быны РФ Министрҙар Кабинеты ағзалары кәңәшмәһендә хәбәр итте.
Ҡарарҙы тормошҡа ашырыу өсөн Хөкүмәт 5 миллиард самаһы һум аҡса табырға тейеш.
Президент Хөкүмәт алдына шулай уҡ коронавирус менән көрәштә ярҙам итеү өсөн ил төбәктәренә 10 миллиард һум бүлеү талабын ҡуйҙы. Был аҡса индивидуаль һаҡланыу саралары, тестар алыу, транспорт хеҙмәте күрһәтеү, матди-техник базаны яҡшыртыу өсөн тотоноласаҡ.
Читайте нас: