+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Октябрь 2020, 09:30

ӨФӨЛӘ КҮПЕРҘӘР ТӨҘӨЛӨШӨ МӘСЬӘЛӘҺЕН ҠАРАНЫЛАР

Өфөлә видеоформатта үткән оператив кәңәшмәлә баш ҡала Хакимиәтенең Юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү һәм ремонтлау идаралығы начальнигы урынбаҫары Константин Паппе Воровский урамы осонда Ағиҙел күпере төҙөлөшө барышы тураһында һөйләне.

Объект «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты буйынса төҙөлә. Ул әле ҡулланыуҙа булған ике күпер араһына һалына. Оҙонлоғо – 688,8 метр, киңлеге 16,7 метр булып, өс һыҙаттан торасаҡ. Күпер конструкцияһын хасил иткән тоташ металл ҡоролмаларҙың дөйөм ауырлығы – 6 мең тонна.
Константин Паппе билдәләүенсә, бөгөнгә күперҙең 1 – 5-се терәүҙәре тулыһынса ҡоролған. Әле 6-сы (85 %) һәм 7-се (80%) терәүҙәр ҡуйыла. Һул ярҙа элемтә селтәрҙәре үткәрелгән, Туғай урамында тауыштан һаҡлау экраны ҡорола.
Объект буйынса бөтә эштәрҙең 52,4 проценты тамамланған, улар ҡәтғи график буйынса бара. Төҙөлөштө 2021 йылдың 20 октябренә тамамлау планлаштырылған.
Шулай уҡ Шакша микрорайонындағы һәм Галле ҡалаһы урамы осондағы күперҙәргә капиталь ремонт үткәреү проекттары эшләнгән. Уларға әле дәүләт экспертизаһы үткәрелә. Воровский урамы осондағы аркалы иҫке Ағиҙел күперен ремонлау проектлана. Кузнецов затоны районында Ағиҙел аша күпер проектын эшләүгә әҙерлек бара.
Читайте нас: