Төбәк башлығы был яңылыҡты республика халҡына ҙур ярҙам тип баһаланы, сөнки беҙҙә газһыҙ ауылдар, хатта газ үткәрелеп тә, күп урамдарына алып барып еткерелмәгән ауылдар күп әле. Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарын газ үткәргестәр һалғанда килеп сыға торған мәсьәләләрҙе, мәҫәлән, ер участкаларына, эштәрҙе ойоштороуға бәйле мәшәҡәттәрҙе көйләгәндә, тейешенсә булышлыҡ күрһәтергә саҡырҙы.